Быйыл көҙ Башҡортостандан 3,5 меңдән ашыу егет хеҙмәт итеү урындарына юллана, тип хәбәр иттеләр республиканың хәрби комиссариатынан. Яңы хәрбиҙәр менән Ҡораллы көстәрҙең бөтә төр ғәскәрҙәрен һәм төрҙәрен, шулай уҡ башҡа федераль башҡарма власть органдарының хәрби частарын комплектлайҙар. Шул уҡ ваҡытта хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итмәйәсәк, тип билдәләнеләр ведомствола. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала саҡырыу комиссиялары составын раҫланы.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың күбеһе уҡыу берләшмәләренә һәм хәрби частарға ебәрелә, унда заманса хәрби техниканы үҙләштерәләр, хәрби-иҫәп һөнәре алалар, ә һуңынан хәрби әҙерлеккә ярашлы хеҙмәтен дауам итәләр. Һәр призывникты кейем комплекты, несессер, аҙыҡ-түлек һәм әйберҙәр менән тәьмин итәләр.