Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө 2008 йылдан алып билдәләнә. Байрамдың маҡсаты – ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының еңелдән булмаған хәленә иғтибарҙы йүнәлтеү, шулай уҡ уларҙың аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт индустрияһына индергән хеҙмәт өлөшөн лайыҡлы баһалау. Ысынлап та, бөгөнгө көндә ауылда йәшәү – үҙе бер батырлыҡ. Ауыл ҡатын-ҡыҙы – ул үҙе бер төпһөҙ хазина, бәрәкәт, рух байлығы, йәғни, ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә – ауылдың ҡото улар.
Ошо йәһәттән Тал Ҡусҡары ауылында уңған, һәр яҡлап өлгөлө, тырыш ҡатын - ҡыҙҙарына ял ойоштороу маҡсатында ауыл китапханаһында " Күрше хаҡы — тәңре хаҡы " исемле сара үтте. Яңы проект, яңы идеялар менән янып йәшәүсе ауыл Советы депутаты, китапханасы Гөлниса Низам ҡыҙы был байрамды йыл һайын төрлө алымдар ҡулланып үткәрә. Быға тиклем үткән байрамдар ауыл ҡатын-ҡыҙының көнкүрешен сағылдырһа, быйылғы йылда “Күрше хаҡы — тәңре хаҡы” исеме аҫтында үтте. Ауыл тормошоноң көндәлек тормошон төрлө юҫыҡтан күҙаллаған хәлдә, төрлө мәшәҡәт, ығы-зығылар — бергә көн күргән күршеләргә барып тоташа, ауыл тормошон күршеләрһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Сара мәғариф отличнигы уҡытыусы-пенсионер Мөнирә апай Кирәеваның “Ауыл ҡатыны” шиғыры менән башланды. Килгән апай, инәй, еңгәй, өләсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлағандан һуң, “Күрше хаҡы — тәңре хаҡы” йырын йырланылар, халыҡ ижадындағы күршеләр тураһындағы әйтемдәргә байҡау яһалды. Гөлниса Низам ҡыҙы “Күршене тәңрегә — Аллаһҡа тиңләү —юҡҡа булмаған”ын һыҙыҡ өҫтөнә алып, төрлө миҫалдар менән дәлилләне.
Сарала ҡатнашыусы һәр кем үҙенең күршеләре тураһында бәйән итте, баласаҡ хәтирәләренә лә байҡау яһаны, көлкөлө ваҡиғаларҙы иҫкә алып рәхәтләнеп көлөп, тормошта ауыр ваҡыттарҙа күршеләрҙең таяныс булыуын әйтеп үттеләр.
Борон күршеләр үҙ-ара ут-ҡуҙ алырға, ваҡ-төйәк йомошҡа йөрөгәндәр, шатлыҡ-ҡайғылары ла уртаҡ булған. Бөгөнгө тормош күҙлегенән алғанда, ауыл тормошо ла һүнә барған кеүек — иң мөһиме — күңел ҡуҙыбыҙ, күңел йылыһы һүнмәһен, — ти Гөлниса Низам ҡыҙы.
Хәтирәләр йомғағы сикһеҙ... Ихлас күңелдән аралашып, үткәндәрҙе барлап бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман алып, иҫтәлеккә фотолар төшөп таралышты ауылдаштар.