Йыл башынан Башҡортостанда миллион ярым турист булған. Туристар ағымы йыл аҙағына тиклем былтырғы күрһәткескә етер һәм уны 200 мең кешегә уҙып китер, тип фаразлай туризм министрлығы белгестәре. Республика ҡунаҡтарҙың күпселеге күрше төбәктәрҙән — Силәбенән, Татарстандан, Ырымбурҙан — килә.
Туристарҙы ҡабул иткән объекттарҙың 95 проценты дәүләт аккредитацияһын үткән. 1 сентябрҙән тейешле талаптарға яуап бирмәгән ҡунаҡханалар, ял базалары, глэмпингтар ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү хоҡуғын юғалта.