Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2025, 10:30

Акцияға ҡушылып, макулатура тапшырығыҙ

Министрлыҡ һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениелар хеҙмәткәрҙәре “БумБатл” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды, бер тоннанан ашыу макулатура йыйып, эшкәртеүгә оҙатты. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Акцияға ҡушылып, макулатура тапшырығыҙ
Акцияға ҡушылып, макулатура тапшырығыҙ

“Экологик именлек” милли проектының бер өлөшө булып торған акция 2025 йылдан “БумБатл” йыл әйләнәһенә форматҡа күсә, был миҙгелгә ҡарамай, макулатураны даими йыйырға мөмкинлек бирә. Был алым икенсел сеймал күләмен арттырыуға һәм тирә-яҡ мөхиткә антропоген йөкләмәне кәметеүгә булышлыҡ итә.

– Беҙҙең өсөн, профилле ведомство булараҡ, экологик көн тәртибен формалаштырыу ғына түгел, тәбиғәт сығанаҡтарына яуаплы мөнәсәбәт күрһәтеү ҙә бик мөһим. “БумБатл” акцияһы – һәр кем үҙ өлөшөн индереү өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Был макулатура йыйыу ғына түгел, ә бөтә ил буйынса меңәрләгән кешене берләштергән ҙур хәрәкәттә ҡатнашыу. Башҡортостан халҡын ошо командаға ҡушылырға һәм ҡағыҙға икенсе ғүмер бирергә саҡырам, – тип билдәләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Данил Шәрәфетдинов.

Макулатураны эшкәртеүгә тапшырыуҙан килгән бөтә аҡса хәйриәгә йүнәлтеләсәк.

 

 

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас