Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2025, 14:45

Республика кластерҙар һаны буйынса милли рейтингта алдынғы

Башҡортостандың 4 предприятиеһы федераль программала ҡатнашып, сығымдарын компенсациялауға 118 миллион һум аҡса алды.

Республика кластерҙар һаны буйынса милли рейтингта алдынғы
Республика кластерҙар һаны буйынса милли рейтингта алдынғы

Башҡортостан кластерҙар кимәле буйынса Рәсәй субъекттарының беренсе милли рейтингында беренсе урынды алды.

Бөгөн Өфөлә асылған Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа диплом һәм еңеүсе кубогы тапшырылды. Икенсе урынды Омск өлкәһе, өсөнсө урынды Рязань өлкәһе яуланы.

Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Иван Куликов республиканың идара итеү командаһын милли рейтингта еңеү менән ҡотланы. Рәсәйҙең кластерҙар, технопарктар Һәм айырым иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Михаил Лабудин республиканың сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереүҙәге уңыштарын айырым билдәләне.

- Башҡортостан Рәсәйҙең кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа алдынғы төбәк булып тора. Илдә эшләгән 104 сәнәғәт кластерының 25-е тап ошонда, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Лабудин.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас