Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2025, 15:50

Республикала инвалидтарҙы реабилитациялау системаһы үҙгәрә

«Социаль өлкәлә берҙәм үҙәкләштерелгән һанлы платформа»дәүләт мәғлүмәт системаһы булдырыласаҡ.

Республикала инвалидтарҙы реабилитациялау системаһы үҙгәрә
Республикала инвалидтарҙы реабилитациялау системаһы үҙгәрә

2030 йылға Башҡортостанда федераль стандарттарға ярашлы, инвалидтарҙы комплекслы реабилитациялау һәм абилитациялау системаһын төҙөү планлаштырыла. Төп үҙгәреш шунда: реабилитация барышы тураһында мәғлүмәт «Социаль өлкәлә берҙәм үҙәкләштерелгән һанлы платформа»дәүләт мәғлүмәт системаһына индереләсәк. Был һәр кем өсөн индивидуаль программа төҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Әле сәләмәтлек торошо буйынса сикләүҙәр булған кешеләргә ярҙам, ҡағиҙә булараҡ, өлөшләтә була: бер ведомство – дауалау, икенсеһе – мәғариф, өсөнсөһө-социаль хеҙмәттәр өсөн яуаплы. Кеше кабинеттар буйлап йөрөргә һәм был хеҙмәттәрҙе йыйырға мәжбүр. Яңы система ярҙамды өҙлөкһөҙ алырға мөмкинлек бирәсәк. Шәхси программа медицина ярҙамы һәм техник реабилитация саралары менән тәьмин итеүҙе генә түгел, ә, мәҫәлән, психологик ярҙам, адаптив спорт, яңылыҡтарҙы үҙләштереүҙә булышлыҡ итеүҙе лә үҙ эсенә ала.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас