Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2025, 09:45

Булат ауылына юғары тиҙлекле интернет килде

Милли проект элемтәле булырға ярҙам итә.

Булат ауылына юғары тиҙлекле интернет килде
Булат ауылына юғары тиҙлекле интернет килде

"Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау" милли проекты сиктәрендә Һанлы министрлыҡ тормошҡа ашырған "Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0" масштаблы программа уңышлы эшләп килә. Ул заманса элемтә саралары менән файҙаланыу мөмкинлеген бирә.

Һуңғы дүрт йылда милли проект ярҙамында ил буйынса биш меңдән ашыу бәләкәй (100-500 кеше йәшәгән) ауыл юғары тиҙлекле мобиль интернетҡа тоташтырылды. Беҙҙең район ауылдары ла заманса бәйләнеш менән файҙалана. Хәҙер Булат ауылы халҡы ла мобиль элемтәнең һәм интернеттың бөтә өҫтөнлөктәрен баһалай аласаҡ.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас