Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2025, 15:05

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә яңы проект ҡаралды

Асҡарҙа сауҙа һәм күңел асыу комплексы асыласаҡ.

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә яңы проект ҡаралды
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә яңы проект ҡаралды

Аҙна һайын үткәрелгән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә «НИКА» ЯСЙ-һы яңы проект тәҡдим итте. Район үҙәгендә «Шайморатов үҙәге» сауҙа-күңел асыу комплексы төҙөләсәк. 

Был яңы проект районын үҫеше өсөн бик мөһим.  Заманса комплекс йәштәр һәм ғаилә менән ял итеү үҙәгенә әүереләсәк. Беҙҙең бурыс - йәш ғаиләләр өсөн лайыҡлы йәшәү һәм ял шарттары булдырыу.

 Комплекс район үҙәгенә ингән ерҙә  урынлашасаҡ. Заманса объект Әбйәлилдең матур урынына әүерелеп,  килгән ҡунаҡтарҙа сағыу тәьҫораттар ҡалдырасаҡ. Проектҡа Башҡортостан Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа төҙөлөсәк һәйкәл айырыуса ҙур әһәмиәт бирә. 

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас