Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2025, 14:50

Күп балалы әсәйҙәр миҙалға лайыҡ булды

Әсәләр көнө алдынан матур бүләк.

Күп балалы әсәйҙәр миҙалға лайыҡ булды
Күп балалы әсәйҙәр миҙалға лайыҡ булды

Республиканың күп бала тәрбиәләгән әсәйҙәре матур байрам - Әсәләр көнө алдынан юғары наградаға, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды. Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, бүләкләнеүселәр араһында Әбйәлил, Архангел, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Мишкә, Тәтешле, Өфө, Хәйбулла райондарынан, шулай уҡ Сибайҙан һәм Өфө ҡалаларынан утыҙ ҡатын-ҡыҙҙар бар.

Был награда Башҡортостанда 1998 йылда булдырылды. Миҙал биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-24/30-zhitelnits-bashkirii-udostoeny-zvaniya-materinskaya-slava-4479109

Автор:
Читайте нас