Республика халҡына айлыҡ түләүҙәр 25 декабрҙән күсерелә. Бында һүҙ 17 йәшкә тиклемге балаларға һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға берҙәм пособие, эшләмәгән ата-әсәләргә йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау буйынса пособие, 3 йәшкә тиклемге беренсе балаға түләү һәм саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткәрҙең балаһына пособие хаҡында бара.
Банк аша аҡса ла шул уҡ көндән күсерелә.
«Был пособиеларҙы почтала алған ғаиләләргә аҡса ошо почта бүлексәһенең эш графигына ярашлы бирелә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Социаль фонды республика бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Шулай уҡ эшләп йөрөгәндәргә йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау буйынса пособие ла ваҡытынан алда түләнә.
Әсәлек капиталынан өс йәшкәсә балаға түләүҙәр 26 декабрҙә килә.
«Ғинуар айы өсөн аҡса 2026 йылдың февраль башында күсерелә», — тип өҫтәнеләр республика бүлексәһендә.
Балалар пособиеһын ваҡытында түләү ғаиләләрҙең финанс хәлен тотороҡло һаҡлауға булышлыҡ итә.Шуның менән "Ғаилә" милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.