Бындай ярҙам сараалары менән файҙаланыусылар араһында –72 898 күп балалы ғаилә. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында лидерлыҡты тота һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй.
Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Мәҫәлән, Асҡар ауылының Көнсығыш-1 биҫтәһендә1 сентябрҙә өр-яңы балалар баҡсаһы асылды. Шулай уҡ район үҙәгендәге "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһы реомнттан һуң кескәйҙәрҙе ҡабул итте.
Шулай уҡ тиҙҙән полилингваль мәктәп һәм заманса балалар поликлиникаһының файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Өлкән быуын өсөн оҙайлы тәрбиәләү системаһын индереү һәм социаль стационарҙарҙы яңыртыу планлаштырыла. “Ғаилә” бынан алдағы “Демография” милли проектын үҫтерәсәк һәм илдә тыуымды артырыуға һәм ярлылыҡты кәметеүгә йүнәлтеләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.