Балыҡ тотоу менән етди мауыҡҡан һәм был тәңгәлдә махсус ҡорамалдар тураһында күптән хыялланған Эмир Билалов үҙенең теләге тураһында президентҡа яҙырға ҡарар итә. Уның мөрәжәғәтен Башҡортостан Республикаһы буйынса халыҡ фронты активистары ҡала һәм улар Яңы йыл алдынан уҡыусының хыялын тормошҡа ашыра: малайға спиннинг һәм бур бүләк итә.
Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатында уҡып йөрөгән Әмир ҡышҡы каникул ососронда атаһы менән тыуған Белорет районында бүләктәр һынап ҡарап, балыҡ тоторға барған.
ФОТО:БАШИНФОРМ