Республика етәксеһе билдәләүенсә, йыһан мониторингы урман инспекторҙарының мөһим ҡоралы булып тора. Былтыр ғына система урман ҡануниәтен боҙоуҙың 71 осрағын асыҡларға ярҙам иткән. Спутниктар барыһын да «күрә»: рөхсәтһеҙ урман ҡырҡыусыларҙың эшен генә түгел, ә ҡуртымсылар яғынан ҡағиҙә боҙоуҙарҙы ла. Декларацияһыҙ эшләү, участкаларҙы үҙ белдеге менән биләү, ғәмәлдән сыҡҡан документтар нигеҙендә ағас ҡырҡыу – хәҙер законды урап үтергә маташыу асыҡ күренә.
“ Закон боҙоуҙарға юл ҡуймайбыҙ, ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырыла. Минең позициям ябай: урманда тәртип булырға тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров. – Федераль урман хужалығы агентлығы менән системалы эш алып барыу һөҙөмтәһендә 2026 йылдың башына яҡшы күрһәткескә өлгәштек — хәҙер Башҡортостан урман фондының 100% йыһан күҙәтеүендә. Әгәр 2018 йылда урман фондының 6% ғына йыһандан күҙәтһәләр, бөгөн был 5,7 миллион гектар тәкшил итә».
Йыһан монитогрын ҡуйыу "Экология" милли проекты буйынса башҡарылған.