Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар , 06:00

ӘСӘЛЕК КАПИТАЛЫ

Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

ӘСӘЛЕК КАПИТАЛЫ
ӘСӘЛЕК КАПИТАЛЫ

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа тейешле закон ҡабул итте.

Бынан алдараҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин Әсәлек капиталы программаһын 2030 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу тәҡдиме менән сығыш яһағайны. «Беҙҙә Әсәлек капиталы программаһы 2026 йыл башына тиклем ғәмәлдә. Уны кәмендә 2030 йылғаса оҙайтырға тәҡдим итәм», — тине Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда.

2026 йылда Әсәлек капиталы 974,1 мең һумға тиклем арта. Түләүҙәр 1 февралдән инфляция кимәленә ҡарап индексациялана. Күҙаллауҙар буйынса, ул 6,8 процент тәшкил итәсәк.

Әсәлек капиталы программаһын 2030 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу “Дмеография” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерер тип күҙаллана.

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы 2026 йылда социаль түләүҙәрҙе индексациялау тураһында иғлан итте. Ведомство белдереүенән күренеүенсә, әгәр ғаиләлә беренсе балаға Әсәлек капиталы түләнмәгән икән, икенсе балаға Әсәлек капиталы 974,1 мең һумғаса еткерелә, беренсе балаға иһә 737,2 мең һумға тиклем арттырыла. Ә бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 28773 һумға тиклем арта. Шулай уҡ 1 февралдән инвалид граждандарға, ветерандарға, Советтар Союзы Геройҙарына, Рәсәй Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройҙарына, Герой-әсәләргә айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, радиациянан зыян күргән кешеләргә пособиелар һәм башҡа ярҙам саралары инфляция кимәле буйынса индексациялана.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас