Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар , 15:48

Урам байрамдары гөрләй

Хәмит — районыбыҙҙың иң күркәм ауылдарының береһе. Тауҙар итәгенә ышыҡланып, ҡуйы ылыҫлы урмандар араһында урынлашҡан ауылдың халҡы йылдан-йыл кәмей барһа ла, бында электән килгән йолалар, байрамдар һаҡлана килә. Йәштәр милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмай, йәш быуынды ла ошо юҫыҡта тәрбиәләй.

Ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгән ваҡытында Фирүзә Ғәҙелшина урам байрамдары булдыра, һәр депутат үҙенең округында күрше урамдарҙы саҡырып ҡунаҡ итеп, ололарға һәм балаларға уйындар ойошторорға тейеш була. Халыҡ был байрамдарҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. Һәр урам үҙенә оҡшаған теманы һайлап алған: мәҫәлән, йыуаса, ҡоймаҡ, шәл байрамдары формаһында ла уҙғарылған был сара. Урам байрамы уҙған йылдың көҙөндә Тыныслыҡ һәм Тау урамдарында үткән.

Күптән түгел урындағы активистар тарафынан, хәмиттәр әйтмешләй «аръяҡта» урам байрамы уҙған, йәғни Гагарин, генерал Кусимов, Салауат Юлаев, Йәштәр урамдары икенсе округтағы халыҡты уйын-көлкө байрамына саҡырған. Икенсе урамдан килгән ҡунаҡтарҙы таҡмаҡ әйтеп ҡаршы алғандар, унан инде ҡайнар сәй һәм былау менән һыйлағандар.

Каникул осорона тап килгән сарала бигерәк тә балаларҙың күп булыуы байрамға йәм өҫтәй. Клуб хеҙмәткәрҙәре ҡатнашыусыларҙы ике командаға бүлеп эстафета үткәргәндәр, иң ҡыҙығы, әлбиттә, ҡар эсенән приздар эҙләү булған. Аҙаҡ күмәкләшеп футбол уйнағандар.

— Беҙҙең төбәктең ир-егеттәре уңған, эште ҡойоп ҡуйғандай итеп башҡарһа, ҡатын-ҡыҙҙары аш-һыуға маһир. Һәр бер ҡапҡа алдында ҡуйылған өҫтәлдәрҙәге ризыҡтарҙың төрлөлөгөнә иҫең китерлек, милли аҙыҡтарыбыҙ мул итеп өйөп һалынған: ул баллы сәк-сәк тиһеңме, кәсәләргә ҡойоп ҡуйылған шифалы ҡымыҙ, буҙа, татлы бауырһаҡ тиһеңме, телеңде йоторлоҡ бәлештәр, ҡорот, ит ризыҡтары — барыһын да табып була ине ул көндө. Шулай итеп, матур байрам табыны әҙерләнде, ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды, — ти урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ҡәҙриә Шаһыбалова.

Киләсәктә Хәмит ауылының Улажа, Сәғәҙәтов һәм Урман урамда-рында ошо байрам үтәсәк, уға әҙерлек башланған да инде.

Г. ҠУСҠАРОВА. 

Читайте нас