-Башҡортостан Башлығы, тап Рәсәй хәҙер ирекле донъя лидеры булып сығыш яһай, тип билдәләне. Шуға күрә иҡтисад, дипломатия, технологиялар, медиа һәм кибер киңлектә бөтә өлкәләрҙә лә ҡаты алыштар бара. Эйе, ысынлап та Рәсәйҙең тарихи яҙмышы, уның суверенитеты, балаларыбыҙҙың һәм ейәндәребеҙҙең киләсәге нәҡ уның һөҙөмтәһенә бәйле.
“Беҙҙең дошман Украинаның туғандаш халҡы түгел. Беҙҙең дошманыбыҙ – яңынан баш күтәргән неонацизм. Көнбайыш илдәре бергәләп тиҫтә йылдар буйына Рәсәйҙе сит ҡулдар менән көсһөҙләндереү, тарҡатыу һәм юҡ итеү пландарын тормошҡа ашырып,неонацизмды көсәйтә. Нәҡ улар дуҫ йәшәгән халыҡтарҙы бер-береһенә дошман итте”, тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Украин халҡына ҡаршы һуғышмауыбыҙҙы әйтте. “Беҙ уларҙың аҡылын нәфрәт менән ағыулаусыларға ҡаршы көрәшәбеҙ. Бөгөн, 80 йыл элек булған кеүек, туғандаш украин халҡын нацизм бәйләнештәренән азат итеү өсөн көрәшәбеҙ” – тигән һүҙҙәре менән Башҡортостан халҡының һәр береһе килешәлер.
Шулай ҙа төбәк Башлығы әйтеүенсә, һуғыш тиҙҙән тамамланыр, быларҙың барыһы ла тиҙҙән үтәсәк һәм элекке кеүек буласаҡ, тип үҙеңде тынысландырырға ярамай. Беҙ неонацизмға ҡаршы көрәштә берҙәм булырға, дошманды еңеү өсөн яугирҙәребеҙгә терәк булырға, уларға мөмкин тиклем ярҙам итергә тейешбеҙ– тигән фекерҙә Йәлил Нәсиб улы.