Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар , 06:35

Бушлай белем биреү программаһында ҡатнашырға теләһәгеҙ...

15 февралгә тиклем Башҡортостанда “СВОй женский бизнес” тип исемләнгән бушлай белем биреү программаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Эшҡыуарлыҡ оҫталыҡтарын формалаштырыуға һәм үҙ эшеңде асыуға йүнәлтелгән  программа “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы башҡарыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Бушлай белем биреү программаһында ҡатнашырға теләһәгеҙ...
Бушлай белем биреү программаһында ҡатнашырға теләһәгеҙ...

Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына, әсәйҙәренә, ҡыҙҙарына йүнәлтелгән. Шулай уҡ унда туранан-тура ҡатнашыусыларға ҡағыла.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина билдәләүенсә, программа буйынса эшҡыуарлыҡ, маркетинг, финанс һәм идара итеү нигеҙҙәренә уҡытыу ҡаралған. Шулай уҡ ул хеҙмәттәшлек, тәжрибә менән уртаҡлашыу, үҙ-ара ярҙам мөхитен булдыра.

Программа 16 февралдән 30 мартҡа тиклем дауам итә. Белем биреү сараларынан тыш, ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын әҙерләй, аныҡ бизнес-кейстарын күрһәтә ала.

Уҡытыу абруйлы комиссия алдында үҙҙәренең башланғыстарын яҡлау менән тамамланасаҡ. Бындай программа Башҡортостанда икенсе йыл рәттән уҙғарыла. 2025 йылда 50 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ҡатыны курсты уңышлы тамамланы.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас