Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль , 17:00

Гөлфинәнең шатлығы сикһеҙ

“Салауат” яуаплылығы сикләнғән йәмғиәтенең партнеры булған Рәсәй баҡыр кампанияһының хәйриә фонды “Теләктәр шыршы”һы федераль мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә Рауил ауылында йәшәгән Гөлфиә Йәрмөхәмәтованың хыялын тормошҡа ашырҙы.

Гөлфинәнең шатлығы сикһеҙ
Гөлфинәнең шатлығы сикһеҙ

–Был шәп акцияла беҙ икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ.  Бынан алда баламдың хыялын тормошҡа ашырып, беҙгә гитара бүләк иткәйнеләр. Тағы ла бәхетте һынап ҡарарға булдыҡ һәм бына мөғжизә - беҙгә бүләк алып килеүҙәре тураһында хәбәр иттеләр! Әлбиттә, тағы ла уңыш йылмайыуына ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге булманы. Гөлфинә күптән велосипедта йөрөргә теләй ине, тик һаулыҡ үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, беҙ тап өс тәгәрмәсле сәпит тураһында хыяллана инек. Аллаға шөкөр, хыялыбыҙ тормошҡа ашты! "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Рәсәй баҡыр компанияһының  хәйриә фондына иҫ киткес шәп бүләк өсөн рәхмәтлебеҙ. Ҡылған изгелектәр үҙҙәренә артып, ҡайтһын! – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Гөлфинәнең әсәһе Айгөл Фәнил ҡыҙы.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас