Аҡса аяҡ аҫтында
Эйе, уйығыҙҙа Рәхмәт ауылы урамдарын гиҙеп, «атығыҙҙы» Идия һәм Зиннур Ғәлимовтар йорто ҡапҡаһына борһағыҙ — яңылышманығыҙ. Тап үҙҙәре!
— Яҙмыштарыбыҙ оҡшаш: икебеҙ ҙә ишле ғаиләләрҙә тыуып үҫкәнбеҙ, башлы-күҙле булмаҫ элек атай-әсәйҙән ҡалғанбыҙ. Шуға күрә беҙгә мираҫҡа бер ниндәй мал-мөлкәт төшмәне. Икебеҙгә икешәр ҡул һәм тау-таш аҡтарырҙай тырышлыҡ менән үҙ аллы донъя көтә башланыҡ. Тир түгеп тапҡан хәләл мал ҡәҙерле, — ти Идия Миҙхәт ҡыҙы нулдән булдырған етеш тормоштары тураһында.
Тигеҙ ерҙә аяҡҡа баҫып китеүе еңел булмай. Дәүләт программалары буйынса бирелгән ярҙам, сертификаттар Ғәлимовтар өлөшөнә яҙмай. Хатта «Әсәлек капиталы» тураһындағы Указ да улар өсөнсөгә атай-әсәй булғандан һуң сыға. Тормош иһә ергә эйелегеҙ тип үҙе юл күрһәтә. Еләк, бәшмәк йыйып һата башлайҙар.
«Һы, астың Американы: «тапалған» бизнес!» — тип ҡул һелтәрегеҙҙе алдан һиҙеп торам. Ысынлап та, миҙгелле шөғөл менән артыҡ байып булмайҙыр. Табыш туранан-тура тәбиғәт факторына бәйле. Йыл һайын еләге уңып тормай, ямғыр яумаһа — бәшмәк сыҡмай. Мул уңышлы йыл килһә, һинең кеүек аҡса эшләргә теләүселәрҙән баҙарҙа ла, юл буйында ла күпер һуҙыла. Тәбиғи: хаҡ төшә, тауарың үтһә рәхмәт. Фәлсәфә һатырға тиһәң, миңә ҡуш инде. Кире Ғәлимовтар миҫалына ҡайтайыҡ.
— 1998 йылда беҙҙең хаҡта «Осҡон» гәзите журналисы Зөлфәр Амангилдин «бәшмәк һатып ат алғандар», тип яҙып сыҡты. Ысынлап та, өлкән улыбыҙ Алмасҡа инселәп 800 һумға (ул ваҡытта был ҙур аҡса ине) ат алғайныҡ. Мәҡәлә халыҡ араһында резонанс ҡына түгел: «Кит булмаҫты — урлағандарҙыр», тигән шик тә тыуҙырҙы, — тип көлөп иҫкә ала хужабикә.
Бәрәкәтле ер егәрлеләргә мул ниғмәте менән яуап бирә. Кеше бөртөк емеш өҙөп ҡапмаған йылдарҙа ла улар күҙ ҡыҙҙырып силәк тулы ымһындырғыс еләк менән һатыу итә. Урыҫтар урмандарҙы иңенән-буйына һөрөп тигәндәй сығып та бәшмәк тапмаған саҡтарҙа ла Ғәлимовтарҙың тырыздары матур ғына ҡорт төшмәгән гөрөз, аҡ, баллы, һары бәшмәктәр менән тула. Ахырҙа тегеләр «тыныс һунарҙан» буш кәрзин менән ҡайтмаҫ өсөн быларҙыҡын һатып ала. Ғәжәп.
Сере ябай: тәбиғәт телен белеүҙә һәм тырышлыҡта. Беҙҙең халыҡ электән тәбиғәт менән гармонияла йәшәгән: сәғәтһеҙ, компасһыҙ, гидрометүҙәкһеҙ дөрөҫ итеп ваҡытты, йүнәлеште, һауа торошон билдәләгән, һынамыштары юш килгән. Бына ошо күҙгә күренмәгән бәйләнеш сере йылдар дауамында Зиннур ағай менән Идия апайға ла асылған. Күҙәтеүҙәр, тәжрибә, үҫемлектәрҙең күршелек, яраҡлашып үҫеү ҡанундарын өйрәнеү йылдың-йылы уларҙы еләк түшәлеп ятҡан аҡландарға, кеше аяҡ баҫмаған бәшмәкле урындарға илтә.
— Маҡсат ҙур мотивация булып тора. Табыш аҡсаһын нимәгә тотоноробоҙҙо алдан билдәләйбеҙ. Бер ваҡыт ҡына булған мәлде ҡулдан ысҡындырмайбыҙ. Тик гел робот һымаҡ еләк сүпләп булмай. Бил яҙҙырырға баш ҡалҡытҡан арала дарыу үләндәре йыябыҙ, миндек бәйләйбеҙ. Улар ҙа һатыуға китә, — ти Идия апай.
Йәй буйына урман-баҙарҙан ҡайтып инмәгән Ғәлимовтарҙың донъялары етеш. Көнкүреш кәрәк-яраҡтары, йорт йыһаздары тураһында әйтәһе лә түгел. Улдары башлы-күҙле булғас, баш ҡалала фатир алыуға тәүге иғәнәлек ярҙам биргәндәр. Хәҙер ҡыҙҙарын да торлаҡлы иткәндәр. Был ғаиләлә: «Аҡса аяҡ аҫтында», — тип йыш ҡабатлайҙар һәм киң ҡөҙрәте өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле була беләләр.
Тырыштарға уңыш юлдаш
Йыйылған байлыҡты аҡсаға әйләндереү Идия апайҙың эше. Шуныһы ҡыҙыҡ: ғаилә башлығы машина йөрөтмәй, уның ҡарауы, ҡатыны елдерә генә. 2007 йылда ҡулдан алған тәүге алтынсы моделле «Жигули»һынан һуң ул «Логан», «Дастер» кеүек иномаркаларҙы «ауыҙлыҡлаған». Әлеге «Тойота»һы — алтынсы машинаһы.
Ул иртә менән ҡалаға юлланғанда Зиннур Мотаһар улы еләккә китә. Идия Миҙхәт ҡыҙының бизнесы күптән яйға һалынған. Баҙарҙа оҙаҡҡа туҡталмай. Сөнки даими клиенттары менән заказға эшләй, «Авито» аша һатып алыусылар табып кистән килешеп ҡуя. Тиҙ генә әйләнеп ҡайтып тағы еләккә саба. Рәхмәт ауылының тирә-яғы шау еләклек. Былтыр шунан йыраҡ китмәгәндәр. Тәбиғәт ял иткән йылдарҙа ла ҡул ҡаушырып өйҙә ултырмайҙар. Еләкле төбәктәр эҙләп, Учалы яҡтарына сығалар. Бер йылда хатта Өфө аръяғына тиклем барып еткәндәр.
— Унда биш рейс яһаныҡ. Таң һарыһында һыйырҙарҙы һауып юлға сығабыҙ. Зиннур, Илзирә, мин. Ҡыҙым атаһы менән 12-шәр литрлыҡ ике биҙрә йыйғансы, мин өсәүҙе тултырам. Һары мәтрүшкә лә йыябыҙ. Турбаҫлыла һеңлемдең дачаһында бер аҙ ял итеп алабыҙ ҙа, ҡайтырға ҡуҙғалабыҙ. Көтөү ҡайтып күҙ бәйләнеүгә өйҙә лә булабыҙ. Арыттырһа ла, биш көнлөк хеҙмәттән 200 мең һум «таҙа» килем алдыҡ, — ти еләк батшабикәһе.
Бәшмәк йыйыу бөтөнләй икенсе. Ҡомарлы шөғөл. Ғәлимовтар был мәлдә өйҙәренә тик йоҡларға ғына ҡайта. Идия апай иртәнге рәттә Мәғниттә бер йөк бәшмәген һатып ҡайтыуға өйҙәгеләр йыйып ҡуйғанды төштән һуң Мораҡай трассаһына алып сыға. Уҙған йәйҙә ғаилә иң күбендә бәшмәктән көнөнә 41 мең һумға тиклем аҡса эшләгән. Аҡ бәшмәктең 5 литрын — ике, һарыһын — бер, баллы бәшмәкте 1,5 мең һумдан һатҡандар. Бер көндә күпме бәшмәк йыйғандарын үҙегеҙ иҫәпләп сығарығыҙ инде шунан...
Бүтән килем сығанаҡтары тураһында
Бәғзе ғаиләләрҙең йыллыҡ бюджетын бер миҙгелдә эшләп алған Ғәлимовтарҙың йыл әйләнәһенә килем килтергән бүтән аҡса сығанаҡтары ла юҡ түгел. Тиктормаҫ ғаиләнең иҫ киткес эшһөйәрлегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, ҙур баҡса тоталар. Иткә һатыуҙан ҡалған ҡыш сығара торған эре малдары ғына 20 баштан кәм түгел. Унан башҡа йылҡылары бар. Бесәнде бөтә ғаилә менән үҙҙәре әҙерләйҙәр. Уның ҡарауы йыл әйләнәһенә ит, һөт продукциялары менән һатыу итәләр. Башмаҡтарҙы тереләй биреүҙән ҡарағанда иткә һуйып һатыу мәшәҡәтлерәк булһа ла, күпкә отошлораҡ тиҙәр хәләл хеҙмәттәренең хаҡын белгән геройҙарым. Был бизнеста ла даими клиенттары бар. Идия апай менән Зиннур ағайҙы Магнитогорскиҙа, Белорет, Верхнеурал яҡтарында танып торалар. Уңған хужабикә малдың бер нәмәһен дә әрәм-шәрәмләмәй. Эсәк-ҡарынын, баш-тояҡтарын тап-таҙа итеп ҡырып йыуып, үпкә-бауырынан тултырма тығып, тиҙ арала һатып бөтә. Уларҙың йылҡы продукцияһын — ит, ҡаҙы-ҡарталарын яратып алалар. Бройлер, ҡаҙ-өйрәктәрҙең дә яртыһын һатыу өсөн үҫтерәләр.
Идия Миҙхәт ҡыҙының төп фишкаларының береһе — «һөт» баҙары. Ассортименты бик бай — һөт, ҡаймаҡ, май, эремсек, ҡорот, ҡыҙыл эремсек, ҡатыҡ. Май башынан октябргә тиклем ҡала халҡын һыйыр ағы менән тәьмин итә. Бер ыңғай йомортҡаһы ла үтә. «Ауылда баҙарға һөт-ҡаймаҡ һатырға йөрөүселәр хәҙер кәмене. Мал көтөүе, ағын эш итеүе еңел түгел. Әҙ йоҡлайһың, күп йүгерәһең. Ләкин вахта ысулы менән ҡырҙа эшләп айына 60-80 мең һум эш хаҡы алған ҡатын-ҡыҙҙар менән сағыштырам да, өйҙә шул аҡсаны ике аҙнала эшләүемдән ҡәнәғәт булам», — ти ул.
Идия апай кеүек булдыҡлы ҡатындар ер йөҙөндә һирәктер. Бер нисә йыл элек ул райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре делегацияһы составында Мәскәү һабантуйына үҙенең милли аш-һыуҙарын алып бара. Билдәле, күргәҙмәгә ҡуйылған һый-ниғмәт тик ауыҙ итергә генә етә. Федераль һабантуйҙың масштабын күҙ алдына килтерегеҙ! Шунда ул мәскәүлеләрҙең һорауы буйынса Коломенское паркында ялан шарттарында буҙа ҡойоп, йыуаса бешереп, шуларҙы һатып аҡса эшләп коллегаларын хайран ҡалдыра. Былтыр «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара фестивалендә Учалы районы исеменән ҡатнашып (һуңғы бер нисә йылда ул Учалы районына ҡараған күрше Баттал ауылында клуб мөдире булып эшләй), икенсе урын яулай һәм унда ла күргәҙмә ҡылыусылар уның ҡорот продукцияһын сират тороп алып бөтә. Мөләйем йөҙлө, алсаҡ, Идия апайҙың һатып алыусыларҙы үҙенә йәлеп итә торған тартыу көсө бар. Ул — етештергән продукцияһының сифатлы, тәмле һәм таҙа булыуына бәйле.
Ғәлимовтарҙың картуф, йәшелсә-емеш уңышының да артҡаны, әлбиттә, баҙарға юллана. Картуфты махсус рәүештә йыл һайын күп итеп сәсәләр. Бынан тыш, Идия Миҙхәт ҡыҙы яҙғыһын йәшелсә рассадаһы, сәскә үҫентеләре менән дә сауҙа итә. Зиннур ағай иһә баҡса еләге үрсетеү менән шөғөлләнә башлаған. Кәртә артындағы плантацияһын ҙурайтыу өҫтөндә. Тимәк, күмәртәләп баҡса еләге һата башлаһалар ҙа аптырарлыҡ түгел.
Миллиондар ҡайҙа һаҡлана?
Был һорауға хужабикә:
— Аҡса бөттө, фатир алдыҡ та һуң, — тип көлә. — Элгәре, ысынлап та, аҡсаны банкка һаҡлыҡҡа һалыу, депозиттар алыу тураһында бер ҙә уйламағанбыҙ. Бер-беребеҙгә ныҡ ышанғас, өйҙә бер кем дә теймәй тип өс литрлыҡ банкаға йыябыҙ ҙа, кәрәкле суммаға тулһа, маҡсатлы тотона торғайныҡ. Ә банканы баҙҙа һаҡлай инек. Бер йылы баҙыбыҙға һыу күтәрелде. Ярай аҡсабыҙ зыян күрмәне.
Шунан һуң Ғәлимовтар аҡсаларын банканан банкта һаҡлауға күсә. Ышаныслы. Проценттар ҙа йыйыла. Илзирәгә фатирға тигән аҡса ла банкта артып ятҡан. Йылына 18 процентлыҡ ставка менән өс йылға һалғандар. Кеше аҡсаһын һанарға ярамай, шулай ҙа бер миллион һум аҡсаға өс йылда 540 мең һум дивидент өҫтәлеүен һанап сығарыуы ҡыйын түгел.
Бына шулай: тырыш булһаң, дөрөҫ итеп маҡсаттар ҡуйһаң һәм аҡса менән грамоталы эш итә белһәң, төпкөлдә лә бынамын итеп донъя көтөргә, хатта баш ҡаланан ҡулаҡсаға фатир һатып алырға була. Һәр нәмәнең дә әжере барлығы хаҡында ла онотмай Ғәлимовтар. Ололарға, мотаждарға һәм мәсеткә ярҙам итәләр. Йәнекәй ауылынан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле Ҡунаҡҡоловтар көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙәге эскерһеҙ ярҙамы өсөн Идия апайҙы үҙ туғандарылай яҡын күрә. Һәр тыуған көн өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡып, шөкөр итеп йәшәүҙәре, изге ғәмәлдәр ҡылып, хәйер-фатихала булыуҙары тормоштарын бәрәкәтле-уңышлы итәлер.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.