Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль , 10:50

Ҙур һәм татыу ғаилә йылы логотибы

Башҡортостанда быйылғы йылдың – Ҙур һәм татыу ғаилә йылының логотибы раҫланды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ҙур һәм татыу ғаилә йылы логотибы
Ҙур һәм татыу ғаилә йылы логотибы

Логотип республиканың һәм тотош илдең традицион нигеҙе булған ныҡлы күп быуынлы ғаиләне кәүҙәләндерә, тип хәбәр итә хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте.

– Башҡортостанда 2026 йылды Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итеү – ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, йәмғиәттең гармониялы үҫеше өсөн шарттар булдырыу өсөн тағы бер мөмкинлек. Тематик йылдың төп маҡсаты – ғаиләнең, ҙур һәм дуҫ, күп балалы һәм күп быуынлы ғаиләләрҙең абруйын күтәреү, – тип һөйләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.

Республика башлығы 2026 йылды Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итеүе “Демография” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас