Көнсығыш-1 биҫтәһенең М. Кәрим урамындағы был йорт-ихата Асҡарҙа ғына түгел, күрше-тирә ауылдарҙа ла билдәле. Бында бала-саға тау шыуырға, үҫмер малайҙарҙан башлап өлкән ир-егеттәргә тиклем хоккей уйнарға йөрөй, хатта эргә-тирә ауылдарҙан да киләләр. Самат ағайҙың ҡапҡа алдында ҙур тау өйөп, ҡарҙан һындар яһап, картуф баҡсаһында боҙ майҙансығы эшләп ҡыш буйына балаларҙы ҡыуандырыуы инде тиҫтә йылдан ашыу дауам итә.
– Үҙебеҙҙең малайҙар мәктәптә уҡый ине ул саҡта. Уҡыуҙан ҡайталар ҙа телефонға текәләләр. Беҙ бала саҡта тыштан инмәнек. Еҙем йылғаһында (сығышым менән Ғафури районыҡымын) конькиҙа йөрөп, тауҙа сана-саңғы шыуып ҡыштың уҙғанын да һиҙмәй ҡала торғайныҡ. Бында малайҙарҙы тышҡа сығарырға бер нимә юҡ. Хоккей майҙансығына алыҫ. Шуға күрә баҡсала үҙем каток эшләнем. Шулай башланып китте, – тип һөйләй ул.
Ҡапҡа эсендә дуҫ-иштәре менән шаҡ та шоҡ килеп сәкән һуҡҡан Марат менән Урал күптән атай йортонан сығып китеп үҙ ғаиләләре менән йәшәй. Ә Самат Сабит улы элекке ғәҙәте буйынса йыл һайын бейек ҡар тауы өйә, һыу ҡойоп хоккей коробкаһын әҙерләй. Йылдар дауамында ошонда килеп уйнарға ғәҙәтләнгән балаларҙы мәхрүм ҡалдырмаҫ өсөн, уларҙың бала сағы телефон экранына төбәлеп үтмәһен өсөн...
Самат Фәхретдиновтың изге башланғысын күреп күтәреүселәр ҙә бар. Биҫтә балаларының ата-әсәләре боҙ коробкаһына борттар күтәреү өсөн ОСП алырға бер аҙ аҡсалата ярҙам иткән. Шәхси эшҡыуар Вилүр Ғәлфәүеров сетка алып биргән. Фәрит Хоҙайбиргәнов иретеп-йәбештереү эштәрен башҡарған. Ҡәҙимге хоккей коробкаһы килеп сыҡҡан. Йәйгеһен дә ул шул килеш ҡала. Мотоблок менән ике-өс ҡат үтеп эсендә картуф үҫтереп алалар.
– Ошо йылдарҙа өсөнсө быуын хоккейсылар үҫеп килә. Кискеһен атайҙар шайба һуға. Үҙем дә уйнарға сығам. Боҙ бер ҙә буш тормай: бәләкәстәрҙе конькиға баҫырға өйрәтеү өсөн махсус эткес эшләнем, – тип дауам итә һүҙҙе.
Ул ғынамы хәстәрлекле хужа гараж менән мунса араһындағы буш арауыҡты көпләп балалар өсөн раздевалка ла эшләгән. Бында яҡты, ышыҡ, ултырып коньки кейергә эскәмйәләр ҡуйылған, һыуыҡ булмаһын өсөн изовер түшәлгән. Боҙҙа шыуырға теләүселәр өсөн 5-6 пар запас конькилары ла бар. Сәкәндәр генә төтмәй, тиҙ һына, ти Самат ағай. Бәлки, гәзит уҡыусылар араһында балалар сәкәндәре алып бирерлек бағыусылар табылыр, ә?
Ағымдағы ҡыш һуңлап, ҡар яумай интектергәс, Самат ағай ҙа тау-каток миҙгелен һуңыраҡ асҡан. Тәүге кистә төнгө сәғәт берҙә генә балаларҙы өйҙәренә ҡыуып тигәндәй саҡ ҡайтарғандар. «Ҡышҡы уйындарҙы һағынып көтөп алған балалар барҙа нисек эшләмәйһең инде шунан?» – тип үҙ-үҙенә һорау бирә ул. Хатта 6-сы класта уҡыған ейәне Данил да күберәк уйнар өсөн ҡышҡылыҡҡа олатай-өләсәһе янына күсеп алған.
Фәхретдиновтарҙың ер участкаһы 12-14 сутыйҙан күп түгелдер. Унда өй, гараж, мунса, һарай урынлашыуын иҫәпләһәң, картуфлыҡка ҡалдырылған майҙанды күҙ аллауы ҡыйын түгел. Бик үк иркен түгел, әммә күңел киң булһа, тарлыҡ тойолмай. Боҙ майҙансығы өй артында ғына булғас, шайба тейеүҙән һаҡлап тәҙрәләргә тимер сетка ҡатылған. Баҡса буйлап ултыртылған ҡарағат һәм башҡа емеш ҡыуаҡтары тапалып һынмаһын өсөн көҙҙән күтәртеп бәйләп ҡалдырылған. Ихатала үтәнән-сүтә сит кешеләр йөрөүенә хатта хужаларҙың алабайы ла өйрәнеп бөткән, өрмәй күндәм генә күҙәтеп ята.
– Шәхси биләмәгеҙҙең йәмәғәт урыны кеүек шаулап тороуы ялҡытмаймы? Етмәһә тиктормаҫ балалар ул-был нәмәне тейеп йә соҡоп онтап барыусан... – тип һынап ҡарайым боҙ майҙансығы хужаһына.
– Юҡсы, баласаҡ та ҡыш һымаҡ бер миҙгел генә бит ул! Әйҙә, уйнап ҡалһындар! Йәлләһәң әйбер, ысынлап та, ҡыйралып ҡына бара. Йәлләмәҫ кәрәк. Ватылған ваҡ-төйәккә зыян тип ҡарамайым. Уны йүнәтеп йәиһә яңынан һатып алып була. Иң мөһиме үҙҙәре имен-һау йөрөһөндәр. Күҙ-ҡолаҡ булып даими ҡарап торам, – ти балалар сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ тойған уҙаман.
Самат Сабит улы хаҡлы ялдағы полиция ветераны. 2017 йылдан дин юлында, Өфөләге М. Солтанова исемендәге мәҙрәсәне тамамлап, Асҡар йәмиғ мәсетендә мәзин вазифаһын үтәй, хаж ғәмәлен үтәгән хаҡ мосолман. «Балаларҙы ҡыуандырыуҙың сауабы ҙур», – ти ул дини күҙлектән ҡарап. Хәләл ефете Люциә Нардвик ҡыҙы иһә 1-се Асҡар урта мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта, эштә лә, өйҙә лә гөр килгән балалар мөхите уға ят түгел.
Яҡшы ғаилә башлығы, улдары өсөн бар яҡтан терәк һәм үрнәк, эшһөйәрлек өлгөһө ул Самат ағай. Барына шөкөр ҡылып, намыҫ һәм иманды юлдаш итеп, башҡаларға ла изгелек, йылылыҡ өләшеп йәшәгән ир-уҙамандың тормошонда ла арҡа һөйәген һындырырлыҡ мәлдәр булмаған түгел. Әрме хеҙмәтен Афғанда үткән быуындан ул. Өфөлә призыв пунктында уҡ еңел булмаған хәрби хеҙмәт юлы көтөүен аңлай. Ярты йыл әҙерлек үткәндән һуң, 1987 майында Афғанстанға индерәләр. Герат провинцияһында 20 ай застава һаҡлай, үлем менән күҙмә-күҙ осраша. Көслө ихтыяры уға һынырға бирмәй. Тамсы ла араҡы йотмай, ҡулына тәмәке алмай, бер ваҡыт иптәштәренә эйәреп наколка эшләтергә тип ҡыҙып киткәнендә лә эстән нимәлер уны тотоп ҡала. Диндә тыйылғандан Аллаһы Тәғәлә үҙе аралағандыр, күрәһең. Үкенесле, утҡа ташланған күп йәш егеттәр рухи яҡтан һынып ҡайтып, йәшәү мәғәнәһен таба алмай әрәм булды. Кемдәрҙер, киреһенсә, тыныслыҡ ҡәҙерен белеп, матур тормош ҡороуҙы, изгелектәр ҡылыуҙы маҡсат итте. Шулар иҫәбендә Самат ағай Фәхретдинов та...