«Туристик ҡалалар» Бөтә Рәсәй премияһы финалсылары исемлегендә Өфө ҡалаһы ла бар. Бындай сараларҙы ойоштороу «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты (национальный проект «Туризм и гостеприимство») маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.
Премияла ҡатнашыуға бөтәһе 70 төбәктән 387 проект тапшырылған. Исемлеккә 293 башланғыс индерелгән. Өфө «Балалар туризмы ҡалаһы», «Фәнни-популяр туризм ҡалаһы», «Туристик сувенир продукцияһы ҡалаһы», «Туризм MICE-ҡалаһы: 1 миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалалар өсөн» һәм «Креатив туризм ҡалаһы» номинацияларҙа тәҡдим ителгән.
– Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы инфраструктураны үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән күп башланғыстарға юл асты. Тарихи үҙәктең туристик кодын проектлау өсөн ҡала 215 миллион һум күләмендә федераль субсидия алыуға өлгәште. Был инвестициялар Өфөнө тағы лва матурыраҡ итеүгә тос өлөш индерҙе, – тип билдәләне ҡала мэры Ратмир Мәүлиев.
Был премия «Рәсәй сәйәхәткә илһамландыра» экосистемаһына ингән, ә ул, үҙ сиратында, илебеҙҙең муниципаль берәмектәрендә туризмды һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереүгә һәм танытыуға йүнәлтелгән.
ФОТО: bashdram.ru