

2026 йылдан башлап тәүге тапҡыр «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған әсәләргә айлыҡ түләү тәғәйенләнә. Ошо маҡсактта Социаль фонд республика әсәләренә 76,4 мең һум күләмендә түләүҙәр тәғәйенләне.
Айлыҡ аҡсалата түләү «Герой-әсә» исемен алған көндән алып ғаризаһыҙ тәртиптә тәғәйенләнә, ләкин 2025 йылдың 1 ғинуарынан һуң ғына. Түләүҙең күләме йыл һайын индексацияланырға тейеш. 2026 йылдың 1 февраленән айлыҡ аҡсалата түләү 5,6% арттырылды (76,4 мең һум).
Әлеге көнгә Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе республикала йәшәгән 10 герой-әсәгә айлыҡ аҡсалата түләү тәғәйенләгән.