Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 07:05

Күп балалы әсәләргә миҙал

Башҡортостан Башлығы  «Күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Күп балалы әсәләргә  миҙал
Күп балалы әсәләргә миҙал

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылды. Был награда, республика ҡануниәтенә ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.

Ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан был юғары беҙҙең республикала йәшәгән 50 әсә лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында республика райондарынан, шулай уҡ Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларынан әсәләр бар. Бүләкләнеүселәрҙең күбеһе Баймаҡ, Белорет һәм Күгәрсен райондарынан.

Күп бала тәрбиәләп, бындай миҙалға лайыҡ булған әсәләргә өҫтәмә түләмдәр ҙә ҡаралған. Күп балаы әсәләргә ҡаралған төрлө ташламалар, ярҙам саралары “Демография” милли проекты нигеҙендә бойомға ашырыла

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас