Әбйәлилдәр ҡунаҡ ҡаршыланы
Конкурстың баһалама ағзалары һәм почетлы ҡунаҡтары — Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, БСТ телеканалының интерактив программалары директоры Наил Юнысов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов, район башлығы Айрат Әминев, Башҡортостан Хөкүмәтенең инновацион эшмәкәрлек департаментының инновацион сәйәсәт бүлеге етәксеһе Марина Ихсанова, Өфө дәүләт техник университетының патриотик үҙәк етәксеһе, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Светлана Түрәйәнова, меценат, эшҡыуар Гөлнара Әминева, Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, «Роспотребнадзор» идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары Марина Нафиҡова, БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының йәмәғәт менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Розалия Солтанова, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы райондары кураторы, Әбйәлил башлығының эске сәйәсәт буйынса кәңәшсеһе Хәлил Рәхмәтуллин, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, «Осҡон» гәзите мөхәррире Вил Илһамов, райондың ауыл хакимиәттәре башлыҡтары барыһы ла Таштимер урта мәктәбенә йыйылды.
Ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге балалар икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Мәктәп директоры Динә Тайыпова мәктәп тормошо, өлгәшелгән ҡаҙаныштары тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Байрам сараһын асып, район башлығы Айрат Әминев һүҙ алды һәм район тормошонда барған үҙгәрештәр, Әбйәлил ауылындағы иғтибар талап иткән социаль объекттарға туҡталды, эшләнәсәк эштәрҙе күҙалланы: «Ауыл халҡы тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән программалар халыҡты берләштерә, туплай алыуы менән яҡшы. Программаны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан һәр кем үҙен дөйөм эшкә яуаплы итеп тоя, үҙ өлөшөн индереп ҡыуана. Бындай конкурстар ауыл тормошон, инфраструктураһын яҡшыртыу өсөн бик уңайлы», — тине ул.
Артабан ҡунаҡтарға мәктәп, балалар баҡсаһы, агросәнәғәт колледжы буйлап экскурсия үткәрелде. Район башлығы һәр учреждение эшмәкәрлеге, ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең эше менән ҡыҙыҡһынды, улар күтәргән бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырманы. Артабан сарала ҡатнашыусылар ауыл мәсетенә инеп махсус хәрби операцияла баш һалған яугирҙәр рухына бағышланған аятты тыңланы. Бөйөк Ватан һуғышында, Чечняла һәләк булған һалдаттарға арналған һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Мәктәптән мәсеткә тиклем ҡунаҡтар мәктәп автобусында тарих уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы, ауылдаштары «аяҡлы энциклопедия» тип йөрөткән Фәниә Иҫәнгилдинаның ауыл тарихына, кешеләр яҙмышына ҡағылышлы мауыҡтырғыс тарихын тыңланы. Артабан автобус ат ярышы уҙасаҡ майҙанға юл алды.
Байрам йәме — йыуаса
Бөтә ауыл халҡы йыйылған ялан, сағыу яҙ ҡояшынан да сағыуыраҡ балҡып ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының флешмобы, сәхнәләге малайҙарҙың моңло йыры — барыһы ла байрамдың шәп булырына ишара ине. Алып барыусылар ҡунаҡтарҙы, ауыл халҡын тәбрикләне һәм район башлығына, комиссия ағзаларына бер-бер артлы һүҙ бирҙе.
Һәр сығыш яһаусы Әбйәлил халҡының дәррәүлеген, уңғанлығын билдәләне, уларға конкурстың Өфөлә уҙасаҡ финалында еңеү теләне. «Берегиня» ирекмәндәр төркөмө ағзалары үҙҙәре үргән маскировкалау селтәрҙәрен, дрондан һаҡлаусы одеялдар, хуш еҫле үлән сәйҙәрен күргәҙмәгә ҡуйғайны. Үҙҙәренең әүҙемлеге менән танылған төркөм әле лә әҙер маскировкалау селтәрҙәренең күплеге менән ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырҙы. Таштимер ауыл Советы ҡатын-ҡыҙҙары милли ризыҡ тулы өҫтәлдәр әҙерләп, инде йолаға әйләнеп барған йыуаса байрамы — «Йыуаса-фест» ойошторҙо. Байрамда ҡатнашыусыларҙы самауыр сәйе, буҙа, тәмле былау һәм, әлбиттә, шунда уҡ бешерелгән йылы йыуаса менән һыйланы. Биләмәнең һәр ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары таҡмаҡтар әйтеп, йырлап-бейеп ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы.
Атта сабып барышлай уҡтан атыу — рәсми спорт төрө
Бәйге ғаилә уйындарынан башланды. Был уйындарҙа иң күп мәрәй йыйып Арғынбаевтар ғаиләһе беренсе урынға сыҡты. Икенсе, өсөнсө урындарҙа Мөхәмәтовтар һәм Насировтар билдәләнде.
Ат спортының рәсми төрөнә күптән түгел индерелгән «Атта сабып барышлай уҡтан атыу» ярышының премьераһы булды, тип әйтергә лә булалыр, йәш үҫмерҙәр һәм балалар араһында үткән бәйгене. «Рейд – 2,3-60» маршрутында «Юрға» ат спорты мәктәбенән һәм Сибай ҡалаһынан килгән спортсылар ике категорияла ҡатнашты. Үҫмерҙәр ярышында иң күп мәрәй йыйып, беренсе урынды Арина Йәрмөхәмәтова, Арина Ғүмәровалар яуланы. Икенсе урынды Тимур Хәйруллин һәм Батыр Әхмәтйәновтар алды, өсөнсө урынға Минзәлә Латипова, Мөслим Ҡоланбаевтар сыҡты. Бәйгелә еңеүселәр бөтәһе лә миҙал, диплом һәм «Мастерок» магазинынан сертификат алып ҡыуанды.
Башҡорт толпарҙары бәйгеһе
Башҡорт тоҡомло аттарҙа сабышыу ике өлөштән торҙо: тәүгеһендә ике йәшкә тиклемге аттар 1500 метрлыҡ дистанцияла көс һынашты, өс йәшлек һәм унан өлкәнерәк аттар 6000 метр алыҫлыҡта ярышты.
Ярыштың тағы бер яңы төрө булған санаға егелгән аттарҙа ваҡытҡа сабышыу һәм сабып барышлай туптар менән сәпкә тейҙереүҙе тамашасылар айырыуса ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Был бәйгелә спортсылар 3000 метр алыҫлыҡҡа сабышып, ике түңәрәк яһарға тейеш ине.
1500 метр арауыҡҡа сабышҡан аттарҙан беренсе булып Байкал ҡушаматлы атта Рифат Ғилманов килде, Ильяс Һибәтов менгән Иркә ҡушаматлы ат финишты икенсе булып уҙҙы, өсөнсө урынды Яман ҡушаматлы атта Марат Шәрәфетдинов алды.
6000 метрға сабышҡан аттар араһында финишҡа беренсе булып Бәләкәс ҡушаматлы атта Венер Ғәлиуллин килде, Вадим Нәжметдинов менән Гөлйемеш Вафина икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Санаға егеүле аттар сабышында Венер Байғужинға етеүсе булманы, Ғәлим Яунбаев икенсе һәм Рифат Ғилманов өсөнсө булып финиш һыҙығын үтте. Үҙен ысын башҡортмон тип һанаған һәр кемдең ҡанын ҡайнатырлыҡ ярыштар тамамланып, судьялар йомғаҡ яһағас, еңеүселәр миҙалдар, дипломдар һәм ҡиммәтле сертификаттар менән бүләкләнде. Бәйгеселәр менән бер рәттән байрамды ойоштороп уҙғарыуға күп көс һалған Таштимер ауыл Советының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары ла бүләкләнде.
Сәләмәт тән һәм сәләмәт рух — йәшәү рәүешенә әйләнһен
Бына шундай дәртле ритмда, әҙерлек барышындағы барлыҡ борсолоу-арыуҙарҙы оноттороп бер тынала үтеп китте байрам сараһы. Уны йомғаҡлап ауыл биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаев ауылдаштарын Өфөлә уҙасаҡ финал конкурсында ла һынатмаҫҡа саҡырҙы.
Әбйәлилдәргә киләсәктә уңыштар һәм айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуҙарын теләйбеҙ.
Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА.