

«Урал батыр» ял паркы биләмәһе райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Таңһылыу Әхмәт ҡыҙы Мостафина етәкселегендә 14 ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советтары көсө менән ойошторолған сара бәләкәй һабантуйҙы хәтерләтте был көндө.
Һәр ауыл биләмәһе ҡунаҡ ҡаршылауға ихлас әҙерләнгәнлеге шунда уҡ күҙгә ташланды. Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылына, Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған сараға һәр биләмәнән байрамда ул-ҡыҙҙарына лайыҡлы тәрбиә биргән күп балалы, һәр яҡтан уңған, өлгөлө берәр ғаилә саҡырылды. Байрамға килгән һәр ғаилә сараның положениеһына ярашлы, Рәсәйҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәрен сағылдырырға тейеш ине. Был бурысты ла урын еткереп үтәне ҡатнашыусылар. Башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, рус, сыуаш, ҡырғыҙ һәм башҡа милләттәрҙең милли кейемендәге ғаиләләр дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамына үҙенсәлекле сағыу йәм өҫтәне. Биләмәләр өҫтәлендәге һыйҙарҙа ла шул милләттең милли аштар ҙа өҫтөнлөк итте.
Теҙелеп киткән өҫтәлдәрҙә ниндәй генә ризыҡтар юҡ ине: төрлөләндерелеп бешерелгән бәлештәр, ҡоймаҡтар, сәк-сәктәр, төрлөсә әҙерләнгән ит-һөт ризыҡтары... Һәр өҫтәлдә боҫорап самауырҙар ҡайнай, улар янындағы усаҡтарҙа, әлбиттә, тәмле йыуасалар бешә.
Гөлнара Сәфәрғәли ҡыҙы оҙатыуында хөрмәтле ҡунаҡтар бөтә майҙан буйлап теҙелеп киткән туҡталҡаларҙа күңелдәренә килгән ризыҡты, эҫе йыуасаларҙы тәмләп, шифалы сәйҙәр эсеп, бишбармаҡтан, башҡа төрлө ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Сарала ҡатнашҡан ғаиләләр үҙҙәре тураһында еткергән мәғлүмәтте иғтибар менән тыңлап, уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һоаруҙарҙы ла бирҙеләр.
Майҙандағы өҫтәлдәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, хөрмәтле ҡунаҡтар әҙер ҡамырҙан һәр кем үҙе теләгәнсә «Әбйәлил йыуасаһы»н әүәләне. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар ул йыуасаларҙы тиҙ генә бешереп, ҡунаҡтарҙың үҙҙәренә күстәнәскә һалдылар.
Йыуасалар бешкән арала Каринэ Владимировна менән Гөлнара Сәфәрғәли ҡыҙы ғаилә традицияларын һаҡлаған, халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуға тос өлөш индергән, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Рахаевтар (Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе), Хәмиҙуллиндар (Амангилде), Солтановтар (Асҡар), Хөснуллиндар (Байым), Вәлиевтар (Буранғол), Гәлиуллиндар (Гусев), Нафиҡовтар (Дәүләт), Мәсәлимовтар (Ҡырҙас), Кузиәхмәтовтар (Красная Башкирия), Вәлиевтар (Рауил), Камаловтар (Ташбулат), Муралеевтар (Хәлил), Баһауетдиновтар (Хәмит), Ғәлиуллиндар (Йәнгел) ғаиләләренә дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы.
Байрам сараһын «Урал ынйылары» (Әлиә Фәтхетдинова), «Алтынай» ансамбленең һәм «Көмөш Ай» вокаль ансамбленең сағыу сығыштары биҙәне.
Ҡунаҡсыл әбйәлилдәр был юлы ла һынатманы. «Әбйәлил йыуасаһы»н юғары кимәлдә ойоштороп-үткәреүгә бар тырышлыҡтарын, көстәрен, эшһөйәрлектәрен һалды һәм ҡуйылған маҡсатҡа өлгәштеләр — сара шәп, матур, үҙенсәлекле үтте.