

Балалар баҡсаһында
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алған полилингваль мәктәп директоры Вәсилә Абсаҙыева, баҡса ошо белем йорто ҡанаты аҫтында эшләй, мәктәпкәсә учреждениеға нигеҙҙә ике Көнсығыш биҫтәһендә йәшәгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр йөрөүен әйтте.
— «Демография» милли проекты ярҙамында төҙөлгән балалар баҡсаһы 160 урынға иҫәпләнгән. Әммә бөгөн бында 180 ҡыҙ-малайҙар тәрбиәләнә. Кескәйҙәрен бөтә шарттар тыуҙырылған баҡсаға бирергә теләүселәр күп, тик беҙ нәҡ ошо ике биҫтәлә йәшәгән ғаиләләрҙән балаларҙы алабыҙ. Сөнки был артабан беҙгә уҡырға киләсәк ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың мәктәпкә тиҙерәк өйрәнеп китеүҙәренә булышлыҡ итәсәк, — тип башланы учреждение менән таныштырыуҙы Вәсилә Сәғит ҡыҙы һәм ҡунаҡтарҙы сағыу төҫтәргә буялған иркен, яҡты кабинеттар, уйын һәм йоҡо бүлмәләре буйлап алып китте.
Полилингваль учреждениела баҫҡыс майҙансыҡтарының, коридорҙарҙың зауыҡлы һәм үҙенсәлекле биҙәлешенә, стендтарҙың башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә яҙылыуына иғтибар итмәй ҡалманы ҡунаҡтар. «Балалар баҡсаһы полилингваль мәктәптең бер өлөшө булғанлыҡтан, телде тәрән өйрәнеү бәләкәйҙән башлана, был киләсәккә ҙур перспективалар аса. Баҡсабыҙҙа шулай уҡ башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен өйрәнеү өсөн йыһазландырылған кабинеттар ҙа бар», — тип яуапланы ошо юҫыҡтағы һорауҙарға мәктәп директоры.
Коридор буйлап йөрөгәндә ҡунаҡтар биҙәлгән башҡорт мөйөшөндә туҡталды, бындағы, тирмә, уның эске биҙәлеше һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Баҡсала эшләгән 8 төркөмдөң берәүһе компенсациялаусы тип атала һәм ул сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле бәләкәстәргә тәғәйенләнгән. Бындай төркөм районда башҡа бер ерҙә лә юҡ. Махсус мебель менән йыһазландырылған «Йылмайыу» төркөмөнә бөгөн 9 бала йөрөй. Улар менән махсус белгестәр — педагог-дефектолог, педагог-психолог, педагог-логопед эшләй, релаксация кабинеты бар. «Йылмайыу» төркөмө тәрбиәселәре, балалар менән аралашып, күп йылдар социаль проекттар өсөн яуаплы булған Каринэ Хәбирова төркөм уҡытыусыларына махсус белем биреү курстарында һәм махсус балалар менән эшләү өсөн проекттарҙа ҡатнашырға тәҡдим итте. Шулай уҡ яҡын арала Асҡарға республиканан белгестәр һәм табиптар килеп, балаларҙы сәләмәтлеген тикшереп, реабилитацияға һәм заманса һөҙөмтәле дауалау алымдарына ярҙам итәсәге хаҡында хәбәр итте.
Бәләкәс ҡыҙҙарға һәм малайҙарға ҡунаҡтар алып килгән уйынсыҡтар күңелдәренә хуш килде, бүләктәргә ихлас ҡыуанған кескәйҙәр ихлас рәхмәттәрен еткерҙеләр.
Шахмат класында педагог Яхья Ғилметдин улы Ҡаҙаҡбаевтың тәрбиәләнеүселәре оҫта уйнауҙарын күрһәтте. Педагог уникаль күнекмә комплекстарын эшләй, улар йәш шахматсыларға төбәк һәм район-ара турнирҙарҙа еңеүгә өлгәшергә ярҙам итә. Мәктәп директоры Вәсилә Сәғит ҡыҙы һөйләүенсә, тағы ла һөҙөмтәлерәк шөғөлләнеү өсөн махсуслаштырылған компьютер шахмат класы тураһында хыяллана балалар. Ошо хыялды тормошҡа ашырыу, йәғни шахматты үҫтереү һәм заманса белем биреү мөхитен булдырыу өсөн улар Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ғариза биргән.
Тәрбиәселәр менән аралашҡандан һуң, Өфө ҡунағы директорҙың учреждениеға иң көслө белгестәрҙе йәлеп итеүенә өлгәшеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм коллективҡа балалар хаҡында хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Үҙенсәлекле спорт залын, рәсем төшөрөү бүлмәһен ҡарап, балаларҙың күңеленә ятҡан шөғөлдәре менән ихлас, мауығып шөғөлләнеүен дә күҙәтте ҡунаҡтар.
Баҡса биләмәһендәге сағыу буяуҙарға мансылған, йомшаҡ япма түшәлгән спорт майҙансыҡтары ла ҡунаҡтарҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Дөйөм әйткәндә, заманса балалар баҡсаһында булған һәр кем унда тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр, эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн шәп шарттар булдырылыуына һоҡланып туйманы.
Йәштәр ял йортонда осрашыу
Артабан ҡунаҡтар Асҡар ауылының Йәштәр ял итеү үҙәгендә булды.
Каринэ Владимировнаны һәм уның менән бергә килгән Урал аръяғы райондары башлыҡтары ҡатындарын Йәштәр үҙәге директоры Зиннур Моталов менән Рәсәй халыҡтарының сағыу кейемдәрендәге «Грация» матурлыҡ һәм эстетик тәрбиә студияһы тәрбиәләнеүселәре ҡаршы алды.
Студия етәксеһе Нәйлә Ихсанова балаларҙың нимә менән шөғөлләнеүен бәйән итеп, студияның балаларҙың социаль төркөмө менән эшләүен һәм уларға «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге тәрбиәләнеүселәре ҡушыласағын да әйтеп үтте.
Артабан хөрмәтле ҡунаҡтар балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары әҙерләгән күргәҙмәләрҙе ҡараны.
«Баласаҡ навигаторҙары» проектының муниципаль координаторы Айгөл Ғәлина «Рәсәй бөркөттәре» хаҡында һөйләне.
Уҡытыусы Йондоҙ Рәмил ҡыҙы Хисаметдинова етәкселегендәге Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары үҙ эштәре хаҡында ҡыҙыҡлы бәйән итте.
Еңеү ирекмәндәре лә үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Каринэ Владимировна етәкселек иткән «Үҫеш биләмәһе» проекты командаһы бынан алдағы сәфәрендә Өфө ҡунағын башланғыстары менән таныштырғайны. Был юлы ла ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең эше тураһында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һөйләне.
Ә Каринэ Владимировна тәжрибә уртаҡлашыу һәм берлектә яңы проекттар әҙерләү өсөн йәш активистарҙы Өфөгә саҡырҙы.
Күргәҙмәләрҙе ҡарағандан һуң ҡунаҡтар «Үҫеш биләмәһе» командаһы ойошторған «Киләсәк архитекторҙары» форсайт-уйынында ҡатнашты.
Юғары класс уҡыусыларының һәм йәштәр үҙәге резиденттарының биш командаһы 20 минут эсендә экология, технология, мәҙәниәт, йәмғиәт, иҡтисад йүнәлештәре буйынса проекттар әҙерләне. Балалар экологик акцияларҙан алып, цифрлы сервистарға һәм үҙ-үҙеңде тормошта табыу, мөмкинлектәреңде бойомға ашырыу өсөн ижади киңлектәргә тиклем аныҡ башланғыстар тәҡдим итте.
Һәр команда үҙ проектын яҡлағандан һуң Башҡортостандың дөйөм картаһына үҙенең символын беркетте.
Иң һуңында Каринэ Хәбирова финал фигураһын композиция үҙәгенә ҡуйып, уйынды тамамланы һәм ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, команда рухының һәм социаль проектлауҙың мөһимлеген билдәләне.
Республика Башлығының хәләл ефете йәштәрҙең ҡиммәттәр, шик-шөбһәләрҙе еңеп сығыу һәм урындағы башланғыстарға ярҙам итеү тураһындағы һорауҙарына ла яуап бирҙе.
Проблемалар ҙа күтәрелде
Эш сәфәре барышында ҡунаҡтар Рауил ауылындағы «Ҡурай» ғаиләгә булышлыҡ итеү үҙәгенә лә барҙы.
Бөгөн үҙәктә ете бала тәрбиәләнә. Учреждение балаларҙы мөмкин тиклем тиҙерәк тәрбиәгә биреү йәки үҙ ғаиләләренә ҡайтарыу маҡсаты менән эшләй. Уҙған йылда ошонда тәрбиәләнгән 21 бала ғаиләләргә урынлаштырылған.
Бөгөн «Ҡурай» үҙәгендә ауыр психологик яҙмышлы балалар йәшәй. Әммә, учреждение директоры Рәйлә Сирубаева әйтеүенсә, бында һәр баланы аңларға, хәстәрлек менән солғап алырға тырышалар.
Ҡунаҡтар бинаға килеп инеү менән музыка бүлмәһенән ишетелгән йырға иғтибар итеп, иң тәүҙә шунда индереүҙе һоранылар. Баҡтиһәң, матур тауышлы Настя Япаева конкурсҡа әҙерләнә икән. Настя Каринэ Владимировна һорауы буйынса тағы бер йыр башҡарҙы. Каринэ Хәбирова йәш йырсыға вокаль һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе: уның менән онлайн рәүештә профессиональ педагог шөғөлләнәсәк.
Рәйлә Шәйхислам ҡыҙы учреждениеның билдәле меценат Гөлнара Әминева ҡанаты аҫтында булыуын әйтте. Мөмкинлек табып, һәр саҡ «Ҡурай»ға килергә тырышҡан Гөлнара Сәфәрғәли ҡыҙы яҡшы билдәләргә уҡыған балалар өсөн стипендия булдырған.
Шулай уҡ урындағы эшҡыуарҙар учреждениела матурлыҡ кабинетын йыһазландырырға ярҙам иткән, унда бөгөн тәрбиәләнеүсе Денис Евдокимов хужа. Денис матурлыҡ булдырыу йүнәлешендә оҫталығын камиллаштырырға теләй, әммә транспорт етешмәүе арҡаһында әлегә уны Асҡарға дәрестәргә йөрөтөү мөмкинлеге юҡ.
Каринэ Владимировна был проблеманы хәл итеү юлын уҡытыусыларҙың Асҡарҙан Рауилға килеп, дәрес биреүен ойоштороуҙа күрә. Учреждение өсөн машина һатып алыу мәсьәләһе лә иғтибарға алынды.
Тотош ауыл халҡын борсоған тағы бер киҫкен проблема — уҡыусылар һаны аҙ булыу сәбәпле Рауил мәктәбен ябыу ихтималлығы. Әммә, Рәйлә Шәйхислам ҡыҙы билдәләүенсә, бында мәктәп кәрәк. Был мәсьәлә лә иғтибарһыҙ ҡалманы.
Каринэ Владимировна «Ҡурай» тәрбиәләнеүселәренә спорт инвентары, шулай уҡ татлы бүләктәр тапшырҙы. Ҡыҙҙар һәм малайҙар йылы осрашыу иҫтәлегенә Каринэ Хәбирова менән һәр береһе айырым фотоға ла төштө.
«Әбйәлил йыуасаһы»
Күптән район брендына әйләнгән «Йыуаса» байрамы ойошторолдо ҡунаҡ ҡаршылау хөрмәтенә. Ҡунаҡтарға бында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина ҡушылды.
«Урал батыр» ял паркы биләмәһендә райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Таңһылыу Әхмәт ҡыҙы Мостафина етәкселегендә 14 ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советтары көсө менән ойошторолған сара бәләкәй һабантуйҙы хәтерләтте был көндө.
Һәр ауыл биләмәһе ҡунаҡ ҡаршылауға ихлас әҙерләнгәнлеге шунда уҡ күҙгә ташланды. Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылына, Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған сараға һәр биләмәнән байрамда ул-ҡыҙҙарына лайыҡлы тәрбиә биргән күп балалы, һәр яҡтан уңған, өлгөлө берәр ғаилә саҡырылды. Байрамға килгән һәр ғаилә сараның положениеһына ярашлы, Рәсәйҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәрен сағылдырырға тейеш ине. Был бурысты ла урын еткереп үтәне ҡатнашыусылар. Башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, рус, сыуаш, ҡырғыҙ һәм башҡа милләттәрҙең милли кейемендәге ғаиләләр дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамына үҙенсәлекле сағыу йәм өҫтәне. Биләмәләр өҫтәлендәге һыйҙарҙа ла шул милләттең милли аштар ҙа өҫтөнлөк итте.
Теҙелеп киткән өҫтәлдәрҙә ниндәй генә ризыҡтар юҡ ине: төрлөләндерелеп бешерелгән бәлештәр, ҡоймаҡтар, сәк-сәктәр, төрлөсә әҙерләнгән ит-һөт ризыҡтары... Һәр өҫтәлдә боҫорап самауырҙар ҡайнай, улар янындағы усаҡтарҙа, әлбиттә, тәмле йыуасалар бешә.
Гөлнара Сәфәрғәли ҡыҙы оҙатыуында хөрмәтле ҡунаҡтар бөтә майҙан буйлап теҙелеп киткән туҡталҡаларҙа күңелдәренә килгән ризыҡты, эҫе йыуасаларҙы тәмләп, шифалы сәйҙәр эсеп, бишбармаҡтан, башҡа төрлө ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Сарала ҡатнашҡан ғаиләләр үҙҙәре тураһында еткергән мәғлүмәтте иғтибар менән тыңлап, уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ла бирҙеләр.
Майҙандағы өҫтәлдәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, ҡунаҡтар әҙер ҡамырҙан һәр кем үҙе теләгәнсә «Әбйәлил йыуасаһы»н әүәләне. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар ул йыуасаларҙы тиҙ генә бешереп, ҡунаҡтарҙың үҙҙәренә күстәнәскә һалдылар.
Йыуасалар бешкән арала Каринэ Владимировна менән Гөлнара Сәфәрғәли ҡыҙы ғаилә традицияларын һаҡлаған, халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуға тос өлөш индергән, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Рахаевтар (Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе), Хәмиҙуллиндар (Амангилде), Солтановтар (Асҡар), Хөснуллиндар (Байым), Вәлиевтар (Буранғол), Ғәлиуллиндар (Гусев), Нафиҡовтар (Дәүләт), Мәсәлимовтар (Ҡырҙас), Кузиәхмәтовтар (Красная Башкирия), Вәлиевтар (Рауил), Камаловтар (Ташбулат), Муралеевтар (Хәлил), Баһауетдиновтар (Хәмит), Ғәлиуллиндар (Йәнгел) ғаиләләренә дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы.
Байрам сараһын «Урал ынйылары» (Әлиә Фәтхетдинова), «Алтынай» ансамбленең (Ләлә Йәнекәйева) һәм «Көмөш Ай» вокаль ансамбленең сағыу сығыштары биҙәне.
Ҡунаҡсыл әбйәлилдәр был юлы ла һынатманы. «Әбйәлил йыуасаһы»н юғары кимәлдә ойоштороп-үткәреүгә бар тырышлыҡтарын, көстәрен, эшһөйәрлектәрен һалды һәм ҡуйылған маҡсатҡа өлгәштеләр — сара шәп, матур, үҙенсәлекле үтте.