Йәмғиәт
17 Апрель , 06:34

«Аҡыллы йорт» — ил һаҡсыларына

Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, яраланғандан һуң һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән яугирҙәргә ил һәм республика кимәлендә төрлө программалар аша даими ярҙам күрһәтелә.

«Аҡыллы йорт» — ил һаҡсыларына«Аҡыллы йорт» — ил һаҡсыларына
«Аҡыллы йорт» — ил һаҡсыларына

«Ватанды һаҡлаусылар» төбәк фондының «Махсус хәрби операция ветеранының торлаҡ шарттарын йәшәүгә яраҡлаштырыу» проектына ярашлы Тәпән ауылынан һуғыш ветераны, физик мөмкинлектәре сикләнгән Илнур Мәхмүтовтың торлағында «Аҡыллы йорт» системаһын ҡуйыу маҡсатында Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының әйҙәүсе белгесе Максим Кожухов, «Ватанды һаҡлаусылар» төбәк фонды директоры Ирек Зарипов, төбәктең махсус координаторы Артем Мөхәрәмов, райондың «Ватанды һаҡлаусылар» ойошмаһы етәксеһе Илнур Ҡарабулатов яугирҙең өйөндәге йәшәү шарттарын ҡараны һәм артабан эшләнәсәк эштәрҙең күләмен билдәләне.

Илнур Мәхмүтов 2024 йылда контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға китә һәм унда ҡаты яраланып, ярты йылдан ашыу хәрби госпиталдә дауалана. Үткән йылдың майында демобилизацияланып, тыуған ауылына ҡайта.

Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ» миҙалы менән наградлана. Әлеге көндә яугир көнкүреш шарттары бик үк яҡшы булмаған йортта яңғыҙы көн күрә. Туғандары ярҙам итә, әммә коляскала ултырып ҡына хәрәкәт итә алған кеше тәүлек әйләнәһенә ярҙамға мохтаж. Шуға күрә бер туған ағаһы Вилүр ҡустыһы исеменән фондҡа ғариза яҙған.

— Мәскәүҙәге юғары комитет комиссияһы бөгөнгө осрашыу һөҙөмтәһендә төҙөлгән документтарҙы ҡарағандан һуң, «Илнур Йәүҙәт улы ниндәй күләмдә ярҙамға мохтаж» икәнлеген раҫлағас, уның торлағына «Аҡыллы йорт» системаһы ҡуйыу буйынса эштәр башланасаҡ һәм ветерандың йәшәү шарттары ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк, — ти Максим Кожухов.

— Аҙна һайын бер нисә яугирҙең торлаҡ шарттарын ҡарайбыҙ, әлеге ваҡытта 24 ғариза бирелгән. Әбйәлил районына икенсе тапҡыр килеүебеҙ, быға тиклем Ташбулат ауылында булғайныҡ, унда әле эшебеҙ тамамланмаған. Бөтә республика буйлап йөрөйбөҙ, кем нимәгә мохтаж, шуны асыҡлайбыҙ. Сөнки ветерандарҙың физик мөмкинлектәре лә төрлөсә, һәр ҡайһыһына айырым иғтибар талап ителә. Ярҙамды бер нисә этапҡа бүлеп күрһәтәбеҙ, нимәнелер урындағы муниципалитет башҡара, мәҫәлән, Илнур Йәүҙәт улының йортона иң тәүҙә Wi-Fi үткәрергә кәрәк, сөнки унһыҙ «Аҡыллы йорт» системаһы эшләй алмай, пандус та кәрәк. Телескопик пандус, робот саң һурҙырғыс менән тәьмин итеүҙе, аш бүлмәһен уның мөмкинлектәренә яраҡлаштырыуҙы республика фонды үҙ өҫтөнә ала, ә, смартфонлы электр приборҙары менән идара итеү өсөн колонкалы һәм көнкүреште яҡшыртырлыҡ күп функцияны үҙ эсенә алған «Аҡыллы йорт»то Мәскәүҙәге үҙәк фондтан алып килеп ҡуясаҡтар, — тип алда башҡарыласаҡ эштәрҙең кимәлен билдәләне Ирек Зарипов.

«Боҙ ҡуҙғалды», илен һаҡлайым тип һаулығын юғалтҡан яугирҙәргә ярҙам итеү бер яҡтан гуманизм күрһәткесе булһа, икенсе яҡтан йәш быуынға тәрбиә өлгөһө лә. Ярты йыл бик күп ғүмер түгел, тиҙҙән яугирҙең торлағында йәшәү шарттары яҡшырыр, бәлки, бер ҡатарҙан күңел торошо ла яҡшырыр. Ә күңел торошо, үҙ сиратында, тән һаулығына йоғонто яһар.

Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА.

Автор:
Читайте нас