Йәмғиәт
17 Апреля , 03:40

Сквер төҙөкләндерелә

Өфөлә Рихард Зорге исемендәге скверҙы төҙөкләндереү башланды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Сквер төҙөкләндереләСквер төҙөкләндерелә
Сквер төҙөкләндерелә

Скверҙа иҫке япманы һүтеү башланған да инде. Эштәр барышында биләмәлә разведчик һынландырылған металл стела ҡуйыласаҡ, йәйәүлеләр өсөн юлдар яңыртыласаҡ, балалар һәм спорт майҙансыҡтары монтажланасаҡ, яҡтыртыу һәм һыу ағыҙыу системалары яңыртыласаҡ. Был эштәр парктың халыҡ өсөн уңайлылығын һәм хәүефһеҙлеген арттырасаҡ. Был эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектын (национальный проект «Инфраструктура для жизни») тормошҡа ашырыуға ярашлы башҡарыла.

Билдәле булыуынса, «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының маҡсаты – ауыл-ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыуға һәм яңыртыуға, йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуына булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас