

Амангилде ауылында йәшәгән Кәримә һәм Исрафил Вәлиуллиндар ғаиләһендә дүрт ҡыҙҙан һуң, көтөп алынған малай булып донъяға килә Ишбирҙе. Уға бер йәш тулыуға атаһы вафат була. Шуға ла кинйә балаға иркәләнеп кенә үҫергә тура килмәй, әсәһенә, апайҙарына һәр яҡлап ярҙамсы булып буй еткерә. Шуға ла уға яуаплылыҡ, эште урынына еткереп эшләү кеүек сифаттар хас була. Бәләкәйҙән күбә тарттырыу, мал ҡарау кеүек эштәрҙә колхозға ла ярҙам итә.
Спорт менән дуҫ уҡыусыға мәктәптә көрәш, саңғы секцияларын, фото төшөрөү түңәрәген етәкләүҙе ышанып тапшыралар. Үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән, эшһөйәр Ишбирҙе Вәлиуллинды мәктәп-тә физкультура уҡытыусыһы итеп эшкә ҡалдыралар.
Амангилде мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә килгән Әбйәлил ауылы ҡыҙы Әсмә Шәмсетдин ҡыҙына өйләнеүенең икенсе көнөнә әрмегә китә. Германияла ракета ғәскәрҙәрендә өс йыл хеҙмәт итеү осоронда Чехословакияла барған локаль бәрелештәрҙә лә ҡатнашырға тура килә.
Ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, бала саҡтан хыялында йөрөткән уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Ҡатыны менән икәүләп ситтән тороп, Магнитогорск педагогия институтына уҡырға инәләр. Ишбирҙе Исрафил улы физика-математика, Әсмә Шәмсетдин ҡыҙы филология факультетын тамамлай.
Шулай итеп, И. Вәлиуллин тыуған мәктәбендә ике тиҫтә йыл математиканан уҡыта, унан 21 йыл ошо уҡ белем усағында хәрби әҙерлек дәрестәрен алып бара. Бөтә талаптарға ярашлы башланғыс хәрби әҙерлек класы йыһазландырылып, уҡыусыларҙы хәрби хеҙмәт серҙәренә, хәүефһеҙ йәшәйеш нигеҙҙәренә өйрәтеүҙә юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, район олимпиадаларында уҡыусылары ОБЖ буйынса призлы урындар яулай. Уҡыусыларында илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙә урындағы материалдарҙы оҫта файҙалана. Был йәһәттән «Колхоз тарихы», «Бөйөк Ватан һуғышы яҙмалары», «Мәктәп тарихы» исемле фотоальбомдар төҙөй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, тиҫтә йылдан ашыу Амангилде ауыл биләмәһенең ветерандар ойошмаһын етәкләй. Амангилденең үткәнен данлап, уңған эшсәндәре, данлыҡлы ғаиләләре, тырыш ул-ҡыҙҙары тураһында «Ауылым уңғандары» исемле китап баҫтырып сығарыуға өлгәшә. Шулай уҡ «Өлөшөмә төшкән көмөшөм», «Тормош һабаҡтары» китаптары донъя күрә.
Үҙ эшенә мөкиббән киткән, талапсан уҡытыусы мәктәп коллективында, район уҡытыусылары араһында оло абруй ҡаҙана, хеҙмәте лә лайыҡлы баһалана.
Ил алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәгән И. Вәлиуллин Германия Демократик Республикаһының ике миҙалына лайыҡ була. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн «Иң яҡшы дружинник» исеме бирелә. Мәғариф өлкәһендәге оҙаҡ йылдар дауамындағы тырыш хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» күкрәк билдәһе менән наградлана. 42 йыллыҡ хеҙмәт стажы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән билдәләнгән.
Бөгөн дә машина йөрөткән уҙаманға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәне өсөн Башҡортостан Юл хәрәкәтенең баш инспекторы Рәхмәт белдергән.
— Эшемә иң юғары баһа — ул минең уҡыусыларым. Ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ улар араһында: табиб, инженер, хәрбиҙәр, педагог, етәксе, эшҡыуар... Егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың минән уңышлыраҡ булыуҙарына ҡыуанам: бына тигән итеп донъя көтәләр, хеҙмәт ҡаҙаныштары ғорурланырлыҡ, — тип уҡыусылары менән ғорурлана педагогик хеҙмәт ветераны.
Ғүмер юлдашы Әсмә Шәмсетдин ҡыҙы менән дүрт ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы уҡытып, һөнәр алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Хәҙер Вәлиуллиндар 12 ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай-өләсәй.