Йәмғиәт
7 Мая , 12:30

Бөгөн - Радио көнө

 Асҡар ауылында тыуып үҫкән Дилара Ринат ҡыҙы Латипова-ижадҡа һөйөү һәм маҡсатҡа ынтылыштың уңышлы карьера төҙөргә ярҙам итеүенең сағыу миҫалы. Бала саҡтан уҡ Дилараны музыка йәлеп итә. Гимназияла уҡығанда тәжрибәле педагог Фәнилә Мансур ҡыҙы Нөғәманова ойошторған «Талисман» вокал ансамблендә тәүге мәҙәни аҙымдарын атлай. Дилара йыр-моңға ғашиҡ була, ихлас вокал менән шөғөлләнә башлай. Тап ошо мауығыуы Дилараның үҙ тормошон сәнғәт менән бәйләү теләген нығыта.

Бөгөн - Радио көнөБөгөн - Радио көнө
Бөгөн - Радио көнө

Дилара Латыпова Таһир Кусимов исемендәге гимназияла туғыҙ класты тик «бишле»ләргә генә тамамлай. Унан һуң М. Аҡмулла исемендәге колледжға «Музыкаль етәксе һәм музыка уҡытыусыһы» һөнәре буйынса уҡырға инә. Бында ул фортепианола уйнарға ғына түгел, ә үҙен талантлы һәм эшһөйәр студент булараҡ та күрһәтә, ҡыҙыл диплом ала. Дүртенсе курста яҙмыш уға яңы саҡырыу килтерә: куратор Лариса Вәкил ҡыҙы Смаева студент ҡыҙға үҙен телеүҙәктә тауыш режиссеры ролендә һынап ҡарарға тәҡдим итә .

 Дилара бына ике йыл инде ул «Рәсәй радиоһы - Башҡортостан» үҙәгендә беренсе категориялы тауыш режиссеры булып эшләй. Уның бурыстарына эфирҙа тауыш таҙалығын тәьмин итеү, материалды яҙыу һәм эшкәртеү, шулай уҡ тыңлаусылар менән тере аралашыу инә. Был вазифала яңылыҡтарға тиҙ реакция, алып барыусылар менән уртаҡ тел таба белеү һәләтен талап итә. Радиостанция коллективы Дилара өсөн ысын ижади ғаиләгә әйләнгән. Бында профессионал булып танылған яҡташыбыҙ Зәкир Шәрипов теле-радио каналы өсөн яңылыҡтар сюжеттарын әҙерләүсе вазифаһында хеҙмәт итә. Ә коллективты Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев етәкләй. Коллективты туплаусы, мөләйем атмосфера, дәрт һәм кәйеф булдырыусы Фирҙәт — күп балалар өсөн яратҡан «Тыр-тыр»ы ул. Дилара әйтеүенсә, етәксенең ыйғай кәйефе һәм дуҫтарса атмосфераһы һәр кемгә үҫергә һәм үҫешергә ярҙам итә. Дилара Латипова өсөн эш-ул һөнәр генә түгел, ә көн һайын яңы нәмәләр асыу, үҙ оҫталығын камиллаштырыу һәм алға барыу мөмкинлеге. Иң мөһиме — һынап ҡарауҙан ҡурҡмау, сөнки ысын профессионалдар тап шулай тыуа, тип ышана яҡташыбыҙ. Дилара Ринат ҡыҙына алда һөнәри үҫеш, ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.

 Гөлнара Шакирова.

Читайте нас