Йәмғиәт
14 Мая , 10:44

Ағастар урман булып шаулар әле

Буранғол ауылы биләмәһендә 7 гектар ергә 14 мең төп ҡарағай үҫентеләре ултыртылды.

Акцияны ойоштороусы — «Салауат» компанияһы. Улар компенсациялы урман тергеҙеү системаһы сиктәрендә ағас ултыртыу буйынса өмә үткәрҙе. Ул көндө бер гектар ергә 2000 төп ҡарағай үҫентеһе ултыртылды, йәғни акцияға старт бирелде. Ҡалған 6 гектар ергә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ултыртып бөтәсәк, тип белдерҙе «Әбйәлил урман хужалығы» дәүләт учреждениеһы директоры Зариф Абдуллин.
Сарала урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров, күҙәтеү советы ағзалары Хәлил Рәхмәтуллин, Динир Әхмәтйәнов, Таңсулпан Йомағужина, Васил Баязитов, Буранғол ауылы биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов һәм биләмә халҡы, «Салауат» компанияһы һәм урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ихлас ҡатнашты.
Компания директоры Таһир Бәхтегәрәйев сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны:
— Ойошма тәбиғәткә һаҡсыл ҡарай. Бөгөн акцияға старт бирҙек, ҡалғанын иһә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ултыртып бөтәсәк. Артабан үҫентеләр ныҡлап тамыр йәйһен өсөн уларҙы 3 йыл самаһы тәрбиәләйәсәкбеҙ, — тине Таһир Тимербай улы.
Акцияла ҡатнашыусыларға ағас ултыртыу ҡағиҙәләре аңлатылғандан һуң, халыҡ эшкә тотондо. Берҙәм эшкә ни етә, тигәндәй, бер нисә сәғәт эсендә үҫентеләр ултыртып та ҡуйылды.
Ойошманың ағас ултыртыу эшен Буранғол ауылы хакимиәте башлығы Фуат Мәхмүтов хупланы.
— Күмәкләп ағас ултыртыу — изге эш. Ағас тирә-яҡты матурлап ҡына ҡалмай, һауаны таҙарта, ер-һыуҙы һаҡлай. Ата-бабаларыбыҙ тәбиғәт биргән байлыҡты файҙаланабыҙ икән, уны тулыландырып торорға, «Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт», — тип васыят әйткән. Һәр кешегә кәмендә дүрт ағас ултыртыу фарыз тигәндәр. Беҙ ҙә бала саҡтан ағас ултыртып үҫкән быуын, шуға ла акцияға ихлас ҡушылдыҡ. Ағастар шаулап үҫеп китер әле, — тине Фуат Шәрәфетдин улы.
Компанияның тәбиғәтте йәшелләндереү акцияһын республика урман министры урынбаҫары Альберт Закиров ыңғай баһаланы. Урман буйынса ҡануниәттә бирелгән талаптарҙы үтәп эшләүсе предприятиелар күберәк булһын ине, тигән теләген еткерҙе.

Хәлил Рәхмәтуллин, күҙәтеү советы ағзаһы:
— «Салауат» компанияһы бөгөн бик матур акция үткәрә. Беҙ күҙәтеү советы ағзаһы булараҡ күҙәтеп кенә бармайбыҙ, ә ошондай акцияларҙа үҙебеҙ ҙә ҡатнашабыҙ, башҡаларға өлгө күрһәтәбеҙ, сөнки тыуған яҡтың тәбиғәте һәм үҙебеҙҙе уратып алған тирә-яҡ өсөн борсолоу бар. Барыһын да контролдә тотабыҙ, компания район өсөн әлегә тиклем тик файҙа ғына килтерә, уның социаль яҡтан яуаплы икәненә инандыҡ. Акцияға күп кеше йәлеп ителгән, тәбиғәткә ҡарата булған бөтә закондарҙы ла теүәл үтеп киләләр.

— Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа ағас ултыртыу буйынса акциялар уҙғарыу, яңы скверҙар, аллеялар булдырыу киң ҡолас алды. Был бик яҡшы күренеш, тимәк, кешелек беҙҙең тирә-яҡҡа битараф түгел, тигән һүҙ. Мәҫәлән, «Йәшел Башҡортостан», «Хәтер баҡсаһы» акцияларына республика халҡы ихлас ҡушыла, — тине ул.
Ни өсөн тап ябыҡ тамыр системалы үҫентеләр тигән һорауға урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин яуап бирҙе.
— Бөгөнгө ултыртҡан ҡарағайҙар Ҡырҙас питомнигында үҫтерелгән. Ҡырҙас питомнигына тағы ла Ҡолоҡас питомнигы  ҡарай. Ҡырҙас питомнигында 60, Ҡолоҡаста иһә йылына 100 меңдән ашыу үҫентеләр тәрбиәләнә. Ябыҡ тамыр системалы үҫентеләр районда йыл әйләнәһенә 2 миллион самаһына барып етә. Уларҙы беҙ ошондай компанияларға һатабыҙ, посадкалар итеп ултыртабыҙ. Былтыр, мәҫәлән, «Башнефть», «Россети» һәм «Транснефть-Балтика» ойошмалары өсөн 27 гектар ергә ҡарағайҙар ултырттыҡ. Ябыҡ тамыр система менән үрсетелгән ҡарағайҙарҙы майҙан алып сентябрь аҙағына тиклем, асыҡ менән апрель аҙағынан июндең яртыһына тиклем ултыртырға мөмкин. Бындай үҫентеләрҙең беҙҙең климатҡа яраҡлашыуы 90 проценттан ашыу күрһәтә, — ти ул.
Ҡырҡты тауының бейек түбәһендә акция күңелле үтте. Рифат Баймөхәмәтов етәкселегендә Ҡырҙас лесничествоһы һәм питомнигы хеҙмәткәрҙәре үҫентеләр ултыртыу буйынса өмәлә дәррәү ҡатнашты.

Васил Баязитов, күҙәтеү советы ағзаһы:
— Бик матур акция ойошторолған. Ошондай акцияларҙа гел ҡатнашырға тырышам, былтыр иһә Ҡыҙыл йылғаһын таҙалау буйынса өмәлә ҡатнаштым. Күмәк көс менән ултыртылған ағас үҫентеләре уңышлы ерегеп, бар тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыр, тип өмөт итәбеҙ.


— Тубырсыҡты йыйып, унан орлоҡ алып, киптереп теплицаға сәсәбеҙ. Ябыҡ тамыр системалы ҡарағай былай тупраҡта үҫмәй, шуға ла процесс бер нисә этапта бара: буш кассеталарҙы субстрат (торфогрунт) менән тултырыу — соҡорҙар барлыҡҡа килтереү — кассеталарға сәсеү — мульча түшәү. Бынан һуң әҙер кассеталарҙы аҫлыҡҡа ҡуялар, артабан үҫтереү өсөн теплицаларға сығаралар. Бөгөн беҙ 1 йәшлек үҫентеләрҙе сәстек. Йәйгелеккә тик үҫентеләрҙе тәрбиәләү өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алабыҙ. Ҡарағай халыҡсан тел менән әйткәндә иң әрһеҙ ағас, беҙҙең климатҡа ул тиҙ яраҡлаша. Йүкә, пихта, күк шыршыларҙы ултыртып ҡараныҡ, улар бер кимәлгә тиклем үҫһә лә, климатҡа ауыр яраҡлаша, — тип аңлатты Ҡырҙас питомнигы етәксеһе Рифат Баймөхәмәтов.
Күҙәтеү советы ағзаһы Д. Әхмәтйәнов компанияның эшен күҙәтеп барырға вәғәҙәләне.
Ағас ултыртыу — ул һулар һауабыҙҙы таҙартып, кешеләргә сәләмәтлек бүләк итеү, тигән һүҙ. Шулай уҡ балаларҙа һәм ололарҙа тыуған яғыбыҙға, уның тәбиғәтенә ҡарата һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнә. Эйе, йылдар үтер, ағастар тирә-яҡты йәмләп шаулап үҫер һәм күптәр, был беҙ үҫтергән йәшеллек, тип ғорурланыр әле.

Г. ҠУСҠАРОВА.

Читайте нас