

Еңеү көнө алдынан Ҡаҙмаш ауылында ветеран йәшәгән йорт алдында тантаналы парад үтте. Был көндө Ишҡол апаның балалары ла тулҡынланыу менән көтөп ала. Һәр ваҡыттағыса улар быйыл да атай йортон байрамса биҙәмәй ҡалмаған. Сәләмәтлеге буйынса тышҡа сығыу түгел, өйөндә лә тороп йөрөй алмаған ҡарт фронтовиктың бөйөк байрам айҡанлы үҙендә халыҡ араһына сығырлыҡ көс-ғәйрәт табыуы һүнмәҫ яугир рухы сағылышы ул. «Салауат» компанияһы бүләк иткән инвалид коляскаһы ла был маҡсатта бик урынлы, ҡулай булды.
Һуғыш ветеранын, митингыға йыйылған ауыл халҡын, мәктәп уҡыусыларын бөйөк байрам менән район башлығы А. З. Әминев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаров, хәрби комиссар А. Г. Илларионов, «Салауат» компанияһы директоры Т. Т. Бәхтегәрәйев тәбрикләне.
Парад маршында Ҡаҙмаш, 1-се Асҡар, Амангилде урта мәктәптәре, Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары һәм райондың халыҡ тынлы инструменттар оркестры ҡатнашты. Уҡыусы балалар өсөн яугир менән осрашыу, уның хөрмәтенә уҙғарылған парадта атлап үтеү онотолмаҫ илһөйәрлек дәресе лә булды. Иң мөһиме утты-һыуҙы кискән, һуғыштан һуң ил кисергән ауырлыҡтарҙы иңендә күтәргән, бер быуатлыҡ ғүмер юлында күпте күргән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны — II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн», Жуков һәм тиҫтәләрсә юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән Ишҡол апа бындай иғтибар-хөрмәткә ихлас һөйөндө. Әйткәндәй, район етәксеһе Айрат Зиннәт улы уның миҙалдар тулы түшенә тағы бер награда — «Әбйәлилдең яугир-геройы» билдәһен ҡаҙаны. Яугирҙе Еңеү менән ҡотларға Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәте, урындағы ветерандар советы, шулай уҡ райондың «Боевое братство» ойошмаһы, эшҡыуарҙар советы вәкилдәре килде, еңеү һалдатына бүләктәр тапшырҙы.
Сара һуңғы ветеран йорто алдында иҫтәлеккә фото төшөү менән тамамланды. Хоҙай именлек һалдатына бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы һаулыҡ һәм тағы ла Еңеү яҙҙарын күрерлек бәрәкәтле ғүмер насип итһен!
Г. ФӘТХУЛЛИНА.