Йәмғиәт
22 Мая , 01:25

Икмәк музейы

Бәләбәй эшҡыуарҙары Диләрә менән Азат Бәшәровтарҙың икмәк бешереү предприятиеһында эшләй Икмәк музейы. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Икмәк музейыИкмәк музейы
Икмәк музейы

БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала беренсе тапҡыр икмәк музейы асылды. Үҙенсәлекле музей асылыуы ауыл хужалығы комплексы һөнәрҙәрен популярлаштырырға мөмкинлек бирә, йәғни ул “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология яғынан тәьмин итеү” милли проектының маҡсаттарына яуап бирә.

Традицион халыҡ мәҙәниәте символдары ҡулланып эшләнгән “Беҙҙең йорт” майҙансығын Бәләбәй эшҡыуарҙары Диләрә менән Азат Бәшәровтар үҙҙәренең “Беҙҙең икмәк” икмәк бешереү предприятиеһында асҡан. Күп профилле майҙансыҡта хәҙер интерактив музей, кәсепсенең ижад йорто һәм банкет залы бар.

Музейҙы асыу тантанаһында “Беҙҙең йорт” буйлап экскурсия ойошторолған. Ҡунаҡтарҙы Бәләбәй кәсепселәре һәм улар етештергән әйберҙәр менән таныштырғандар. Килеүселәр шулай уҡ эшҡыуарҙар предприятиеһында бешерелгән икмәкте лә тәмләп ҡараған. Теләүселәр етештереү цехтарын ҡараған, эшсәндәр менән аралашҡан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас