Йәмғиәт
22 Мая , 03:40

Һыу туризмы буйынса инструктор-юл күрһәтеүсе

 Башҡорт дәүләт аграр университетында “Һыу туризмы буйынса инструктор-юл күрһәтеүсе” ҡайтанан һөнәри әҙерлек программаһы буйынса 21 кеше уҡыуҙар үтте. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Һыу туризмы буйынса инструктор-юл күрһәтеүсеҺыу туризмы буйынса инструктор-юл күрһәтеүсе
Һыу туризмы буйынса инструктор-юл күрһәтеүсе

256 сәғәтлек интенсив курс 26 февралдән 27 апрелгә тиклем дауам итте. Дипломдарҙы тапшырыу тантанаһы май аҙағында үткәрелә. Программа сиктәрендә тыңлаусылар турист төркөмдәрен оҙатып барыу, һыу маршруттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, туристарға беренсе ярҙам һәм психологик ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәрен өйрәнде.

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина белдереүенсә, квалификациялы инструктор-юл күрһәтеүселәр әҙерләү төбәктә әүҙем туризмды үҫтереүгә, туристик хеҙмәттәрҙең сифатын һәм хәүефһеҙлеген арттырыуға булышлыҡ итә. Белгестәрҙең алған белеме һәм практик оҫталығы республика ҡунаҡтары өсөн яңы хәүефһеҙ маршруттар булдырырға һәм сервис кимәлен арттырырға мөмкинлек бирә.

Туристик тармаҡтың кадрҙар потенциалын үҫтереү “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” (национальный проект “Туризм и гостеприимство”)  милли проекты бурыстарына тап килә.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй буйлап, шулай уҡ сит илдәргә сәйәхәт ҡылыуҙы үҫтерергә ярҙам итә. Туристар - сифатлы сервис һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәфәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас