Йәмғиәт
28 Мая , 08:10

Парк төҙөкләндерелә

Нефтекама ҡалаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса 11 000 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы яңыртыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Парк төҙөкләндереләПарк төҙөкләндерелә
Парк төҙөкләндерелә

Паркта күҙәтеү тәгәрмәсе янында былтырғы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш биреүҙә еңеүсе проектты тормошҡа ашыра башланылар. Конкурс процедуралары тамамланған, подрядсы билдәләнгән, һәм парктың был өлөшө йәйге миҙгел аҙағына танылмаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк.

Ҡала паркы концепцияһы билдәле әҙәби әҫәр – “Гулливер сәйәхәттәре” тематикаһында башҡарылған, ул персонаждарҙы ҡулланыуҙа, арт-объекттар һәм төҙөкләндереү элементтары масштабындағы уйында, уйын майҙансыҡтарында һәм ял итеү зоналарында бәләкәй архитектура формаларында күҙәтелә.

Йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эштәр 2026 йылдың 1 ноябренән дә һуңға ҡалмайынса тамамланырға тейеш. Парк балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн йәлеп итеү урыны буласаҡ.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас