

– Бөтә тарихыбыҙ дауамында Тыуған илебеҙ сиктәрен һаҡлаусылар дәүләт мәнфәғәттәрен яҡланы, Ватанға һәм халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итте. Алдынғы заставалар һәм кордондар яугирҙәре быуаттар буйына беренсе булып дошманға ҡаршы тора, тыуған ере өсөн көрәшә, ғүмерҙәрен аямай, — тип белдерҙе Владимир Путин.
Дәүләт башлығы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сик һаҡсыларының ҡаһарманлығына айырыуса иғтибар бүлде, уларҙың батырлығы һәм сыҙамлығы халыҡтың рәхмәтле хәтерендә мәңгегә ҡаласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Владимир Путин шулай уҡ һуғыштан һуңғы осорҙа “йәшел береттарҙың” ҡаҙаныштары, шул иҫәптән нацистарҙың ярҙамсыларын юҡ итеү, Афғанстанда интернациональ бурыс үтәү һәм халыҡ-ара терроризмға ҡаршы көрәш тураһында иҫкә төшөрҙө. Хәҙерге этап тураһында һөйләгәндә, ул махсус хәрби операция барышында сик һаҡсыларының эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Сик һаҡсыларына мөрәжәғәт итеп, Президент Ватанға тоғролоҡ һәм хәрби эш өсөн рәхмәт белдерҙе, уларҙың киләсәктә уңыштарға өлгәшәсәгенә ышаныс белдерҙе.
– Был байрам көнөндә ветерандарға һәм ғәмәлдәге хеҙмәткәрҙәргә Ватанға тоғролоҡ, хәрби эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Киләсәктә лә ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы үтәйәсәкһегеҙ, Ватанды террористарҙан, транснациональ енәйәтселектән, наркобизнестан, легаль булмаған миграциянан һаҡлауға тос өлөш индерерһегеҙ, контрабанда һәм диңгеҙ биоресурстарына законһыҙ һунар менән көрәштә мөһим һөҙөмтәләргә өлгәшерһегеҙ тип ышанам, — тип белдерҙе Владимир Путин һәм барыһына ла именлек теләне.