Йәмғиәт
29 Мая , 00:50

Башҡортостан халҡына дәүләт наградалары

Башҡортостандың өс кешеһе маҡтаулы исемдәргә һәм юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Тейешле указға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Башҡортостан халҡына дәүләт наградаларыБашҡортостан халҡына дәүләт наградалары
Башҡортостан халҡына дәүләт наградалары

Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфис Гәрәев «Рәсәйҙең атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре»исеменә лайыҡ булды. «Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеме Һамар элемтә дирекцияһының Өфө төбәк элемтә үҙәге — «Рәсәй тимер юлдары " асыҡ  акционерҙар йәмғиәте филиалының үҙәк элемтә станцияһы участка начальнигы Хәлил Ниғмәтуллинға бирелде.

Башҡортостандың транспорт идаралығы водителе Ринат Әбдиев II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнде.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас