Йәмғиәт
29 Мая , 02:55

Ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидерИшле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер
Ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер

Башҡортостанда 75 меңдән ашыу күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Был илдә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Һуңғы көндәрҙә Белорет районында йәшәгәнИҙрисовтар ғаиләһендә унынсы бала долнъяға килгән. Баймаҡ районынан Байсыуаҡовтар ғаиләһенә һигеҙенсе бала булып Асия исемле ҡыҙ тыуған. Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр һанының арта барыуы ҡыуаныслы күренеш.

Республикала өйләнешеүселәр һаны 2,6% артҡан һәм айырылышыуҙар һаны дүрттән бер өлөшкә кәмегән.

Башҡортостанда  сабыйҙарҙың үлем осраҡтары ла кәмеүе күҙәтелә. Шулай итеп, ресублика "Демография" милли проекты ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә ҙур өлөш индерә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас