Йәмғиәт
4 Июня , 13:03

Ярлыҡапта байрам

Был көндә балаларҙың шат көлөүенән, сағыу тауыштарынан тирә-яҡ яңғырап торҙо

Балалар һабантуйын тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәре яңғырағандан һуң, стюардесса кейемендәге Лилиә Боҫҡонова балаларҙы күңелле һәм мажаралы сәйәхәткә саҡырҙы. Шундай мауыҡтырғыс сәйәхәт Ҡытай, Мексика, Мысыр, Италия, Һиндостан, Австралия илдәре аша тыуған Башҡортостаныбыҙға әйләнеп ҡайтыу менән тамамланды. Һәр илдең үҙенсәлектәрое менән «стюардесса» мауыҡтырғыс итеп таныштырҙы. Һәр бала осош алдынан бирелгән пакеттарына төрлө сувенирҙар тултыра барҙылар, матур бүләктәр алып ҡыуандылар. Хатта төрлө илдә барлыҡҡа килгән уйындарҙы ла уйнап өлгөрҙөләр.

Башҡортостанға, төрлө илдәр тураһындағы бай мәғлүмәттәр алып, мул күстәнәстәр, бүләктәр тейәп ҡайтып төштөләр һәм һабантуй уйынында төрлө ярыштарҙа ҡатнаштылар. Мексиканан “алып ҡайтҡан” пиньятаны ярыу үҙе бер тамашаға әйләнде һәм был хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр!

Байрам тәмлекәстәрҙән әҙерләнгән табын артында дауам итте. Айнур Боҫҡонов әҙерләгән телде йоторлоҡ тәмле былауҙы ла тәмләп ашанылар. Унан инде байрам концерты башланды. Әле мәктәпкә лә бармаған Ева Зарипова А. С. Пушкиндың “У Лукоморья дуб зеленый...” (“Руслан һәм Людмила” поэмаһынан өҙөк) һөйләп һоҡландырҙы! Бәхетле бала саҡ һәм әсәйҙәр тураһында Эмир Боҫҡоновтың, Риана һәм Карина Дәүләтбаеваларҙың һәм бәләкәй ҡунаҡ ҡыҙының сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмделәр. Ярлыҡаптар балалар өсөн бай йөкмәткеле байрам ойошторған Лилиә Боҫҡоноваға, уның ярҙамсылары Сулпан, Илүзә, Аделина, Эмир Боҫҡоновтарға, Ынйыгөл Мөлөковаға, Нурзилә Аллаяроваға, һабантуйға тәмле былауын үҙ иҫәбенә әҙерләгән Айнур Боҫҡоновҡа, балалар һабантуйының төп спонсоры эшҡыуар Рөстәм Абдуллинға, шулай уҡ финанс ярҙамы күрһәткән ауылдаштар: Ләйсән Дәүләтшинаға, Нурзилә һәм Раян Аллаяровтарға, Нәйлә һәм Ишбулат Зариповтарға, Лилиә һәм Ишморат Мөлөковтарға, Ғәлиә Солтановаға, Юлиә Шакироваға, Әлиә һәм Рөстәм Ҡунафиндарға, Нәркәс Дәүләтбаеваға, Лена Сәйфуллинаға, Рита һәм Йәмил Харисовтарға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр сарала ҡатнашыусылар Байрамға килгән оло быуын вәкилдәре   балаларға матур кәңәштәрен генә биреп ҡалманы, сәйәхәтте ойоштороуҙа, табын әҙерләүҙә дәррәү ҡатнаштылар: Владимир Курилов менән Игорь Борзенко боҫратып самауыр ҡайнаттылар, Зилә Мөхтәр ҡыҙы, Лилиә Хәбип ҡыҙы, Ирина Валентиновна һәм килгән әсәйҙәр, өләсәйҙәр тәмле табын йәйҙеләр.

Ярлыҡап ауылы старостаһы Йәмил Харисов Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Тимур Мәсғүт улына бәләкәй ауыл халҡына булған иғтибары һәм ололауы өсөн, байрамды ойоштороусыларға оло рәхмәтен белдерҙе.  

- Балалар өсөн күңелле байрам үткәреп, уларға шатлыҡ-ҡыуаныстар бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Изгелегегеҙ үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын, һау-сәләмәт булығыҙ, илгә тыныслыҡ килһен! Гел шулай дәррәү һәм берҙәм булайыҡ! - тине Йәмил Дамир улы. Экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан һәр ауылдашҡа ауыл биләмәһе хакимиәтенән Рәхмәт хаттары тапшырылды, ә күстәнәстәр һәр кемдең күңеленә хуш килде. Балалар өсөн был фәһемле лә, файҙалы ла һабантуй ысын әкиәт мөғжизәһе булып хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡланыр.  

Гөлнара ШАКИРОВА.

Читайте нас