Йәмғиәт
5 Июнь , 10:48

Балаларҙы һаҡлау тейеш, яҡлау тейеш

Балаларҙың да, ололарҙың да көтөп алған мәле - йәйге каникулдар осоро етте. Ә йәйге ял ғәҙәттәгесә, Балаларҙы яҡлау көнөнән башлана. Байрам уңайынан йылдағыса “Уңыш” стадионында сара уҙҙы.

Байрамды асып, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин балаларҙы тәбрикләне, уларға күңелле ял, байрам кәйефе һәм бәхетле, уңышлы, һау-сәләмәт кешеләр булып үҫеүҙәрен теләне. 

“Миләш”, “Ҡайынҡай”, “Тирмәкәй” балалар баҡсалары, Беренселәр хәрәкәте, йәш техниктар станцияһы, балалар ижады йорто, “Хазина” мәктәбе, гимназия, балалар китапханаһы, музыка мәктәбе, “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм “Бөркөт” түңәрәге һәр береһе үҙ майҙансығында балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, эстафета-конкурстар, викториналар, “Ғаилә” үҙәге психологик тестар үткәрҙе.

Һәр майҙансыҡ янында эреле-ваҡлы балалар “ҡайнап торҙо”, конкурстарҙа теләп ҡатнашты һәм бүләктәр алып ҡыуанды. “Миләш”, “Ҡайынҡай” балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәптәр уҡыусылары көсө менән әҙерләнгән концерт та тамашасы күңеленә хуш килде.

Концерт номерҙары тамамланғас, сәхнәгә үҙ һөнәрҙәрен күрһәтергә теләүселәр күтәрелде. Кемдер шиғыр һөйләне, бәғзеләр йырланы һәм бүләктәр алып ҡыуанды. Өс майҙанда футбол уйыны ҡыҙҙы. “Юрға” спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре теләге булғандарҙы аттарҙа, пониларҙа һыбай йөрөттө, бәғзеләр майҙан буйлап матур арбаға ултырып уҙҙы.
“Бөркөт” түңәрәге ойошторған “ҡағыҙ осорғос” майҙансығында ла балалар күп булды. Уҡтан атып та ярышты кескәйҙәр. Магнитогорск ҡалаһынан килгән ҡунаҡтарҙың аттракциондары ла буш торманы, балалар батуттарҙа ырғыны, турникта бәүелеү, шарҙарҙы шартлатыу кеүек уйындарҙа приздар отто. 

Ошондай байрамдарҙың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән, иң кескәй балалар һәм уларҙың әсәйҙәре ҡатнашҡан “коляскалар парады” конкурсы быйыл да уҙғарылды. Төлкө, Тирмәкәй һәм башҡа төрлө темаларға бағышлап биҙәлгән коляскалар араһында Ханты-Мансы округынан килгән Даная Йәүҙәтованың коляскаһы Гран-при яуланы.  
Үҙенә күрә бәләкәй  һабантуйҙы хәтерләткән майҙанда балалар өсөн тәмлекәстәр, коктейлдәр, шәкәр мамығы һатыусы сауҙа рәттәре теҙелеп киткәйне һәм, әлбиттә, улар янында “тәмле тамаҡтар” етәрлек булды.

Күмәк көс менән әҙерләнгән байрамда балалар ихлас ҡатнашып, “Уңыш” стадионын шат тауыштарға күмде, йылмайыуҙар менән балҡытты. Ә беҙгә, өлкәндәргә, һеҙҙең шатлыҡтан да ҡиммәтерәк бәхет юҡ!

Г. Ғибәҙуллина. 

Читайте нас