

Бөтә республиканан йыйылған 27 эшҡыуар төрлө кимәлдәге һәм мас-штабтағы проекттарын күрһәтте. Шулар араһынан федераль кимәлдә иң яҡшылар исеменә көрәш өсөн финалсылар һайлап алынды.
«Бизнес-Уңыш» федераль премияһының төбәк этабына эшҡыуарҙар эштәрен «Иң яҡшы йәштәр проекты», «Иң яҡшы ғаилә бизнесы», «Халыҡ эшҡыуары» һәм башҡа номинацияларҙа тәҡдим итте.
Һәр саҡтағыса, был мөһим саранан әбйәлилдәр ҙә ситтә тороп ҡалманы. Төбәк этабында еңеү яулаған 9 кешенең икәүһе – Әбйәлил эшҡыуарҙары булыуы ҡыуаныслы.
Гөлнара Сәфәрғәли ҡыҙы Әминеваның проекты (Әминева Г. С. шәхси предприятиеһы) “Иң яҡшы ижади проект” номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды.
Шәғәлин Руслан Нәдип улы (“ИНФОРМТЕХНИКА” ЯСЙ-һы) “Ғаилә бизнесы” номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде.
Еңеү яулаған Әбйәлил эшҡыуарҙары Мәскәүҙә үтәсәк финалда үҙ проекттарын федераль кимәлдә яҡлаясаҡ.
“Бөгөн Башҡортостанда ниндәй көслө, ҡыйыу һәм талантлы эшҡыуарҙарҙың үҫеүен үҙ күҙҙәрем менән күреп ҡыуандым. Береһенән-бере ҡыҙыҡлыраҡ проекттар араһында әбйәлилдәрҙең ике проекты уңыш яулауы өсөн оло ғорурлыҡ кисерҙем. Был республика кимәлендә эшҡыуарҙарыбыҙҙың эшенә юғары баһа.
Республика сараһында Әбйәлил районы эшҡыуарҙар берлеге вәкилдәренең сәхнәгә сығып, эшҡыуарҙар гимнын йырлауы күңелгә әйтеп аңлатмаҫлыҡ кинәнес бирҙе, уларҙың сығышын зал тын ҡалып тыңланы. Был мәлдә берҙәмлегебеҙҙең ысын көсөн һәм ҡеүәтен тойҙом. Сәхнәлә генә түгел, ысынбарлыҡта ла иңгә-иң терәп эшләгән ҡыйыу, үҙ-үҙенә, үҙ көсөнә ышанған, район үҫешенә тос өлөш индергән эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәт. Артабан да шулай дауам итегеҙ! – тип яҙып сыҡты Бәйләнештә төркөмөндәге үҙенең сәхифәһендә «Бизнес-Уңыш» федераль премияһының төбәк этабы жюриһы составында эшләгән район хакимиәте башлығы Айрат Әминев.