

Янғында зыян күргән күп балалы ғаиләгә “Салауат” компанияһы ярҙам күрһәтеү маҡсатында пред-приятие директоры Таһир Бәхтегәрәйев Исламғоловтар йортона килеп, ниндәй ярҙам кәрәклеген белешеп, тәне ныҡ бешкән Нурзиләне Екатеринбург клиникаһында ҡиммәтле дауалау курсы үтеүгә сығымдарҙы, йәғни реабилитация курсы үтеү сығымдарын ҡапларға вәғәҙәләгәйне.
Нурзилә өс ай Өфөлә реанимация ла ятып, тире күсереү буйынса 13 ҡатмарлы операция яһатҡандан һуң, Екатеринбургтағы Доктор Волкованың реабилитациялау үҙәгендә дауалау курстары үтте. Ауыр йәрәхәттәрҙән һуң аяҡҡа баҫтырыу буйынса ҙур тәжрибәгә эйә белгестәр билдәләгән процедуралар, инструкторҙар менән шөғөлләнеүҙәр үҙ һөҙөмтәһен бирә, ҡыҙыҡай әкренләп аяҡҡа баҫа.
Көл-күмергә ҡалған йорттары йүнәтерлек булмағанлыҡтан ғаилә халыҡ йыйған аҡсаға Дәүләттән йорт һалып алып, бөгөн шунда йәшәй.
Балаларҙы яҡлау көнө алдынан “Салауат” компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәйев Исламғоловтар йортонда булып, Нурзиләнең хәлен белеште. Реабилитация курсын үткән Нурзилә бөгөн башҡа бөтә балалар кеүек уйнай, йүгерә, бейей ала.
Исламғоловтар ғаиләһендә хәҙер дүрт ҡыҙ үҫә, янғындан һуң тыуған Йәзилә лә ике йәшкә еткән.
Таһир Тимербай улы был йортҡа буш ҡул менән килмәне, ҡыҙҙарҙың барыһына ла: Нурзиләгә, Айзиләгә, Рүзиләгә, Йәзиләгә байрам уңайынан бүләктәр тапшырып, ҡыуандырҙы. Ул шулай уҡ Нурзиләнең сәләмәтлеге торошон һорашты, ҡыҙҙың һаулығын нығытыу маҡсатында тағы ниндәй ярҙам талап ителеүен дә белеште.
–Нурзиләбеҙҙе аяҡҡа баҫтырыуға булышлыҡ иткән, әле лә ярҙамынан өҙмәгән “Салауат” компанияһына, шәхсән уның директоры Таһир Бәхтегәрәйевҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Компанияның эштәре уң барһын. Шулай уҡ ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ, бындай бәлә-ҡазалар ғаиләләрегеҙҙе урап үтһен, – тигән теләктәрен еткерҙе Гөлсибәр һәм Юлдаш Исламғоловтар ауыр саҡта ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла сикһеҙ рәхмәттәрен еткереп.