Йәмғиәт
5 Июня , 06:23

Тиҙҙән бында матур буласаҡ

“Салауат” компанияһы район учреждениелары биләмәләрен йәшелләндереүгә йүнәлтелгән социаль акцияһын дауам итә.

Тиҙҙән бында матур буласаҡТиҙҙән бында матур буласаҡ
Тиҙҙән бында матур буласаҡ

Йәйҙең беренсе көнөндә үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә шыршы үҫентеләре һәм быйыл сафҡа ингән балалар поликлиникаһы алдында гортензия һәм рауза гөлдәрен ултыртыу буйынса өмә уҙҙы.
Өмәлә компания вәкилдәре һәм дауахана коллективының бер өлөшө – медперсонал, техник хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты. Беренсе шыршыны баш табип Илгиз Килдейәров ултыртты.
– Үҙәк дауахана биләмәһен йәшелләндереү буйынса инициатива күрһәткән “Салауат” компанияһына бөтә коллектив исеменән рәхмәт белдерәм. Балалар поликлиникаһы төҙөлөшөн тамамлағандан һуң әле биләмәне төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр алып барыла. Быйылғы яҙҙа байтаҡ ағас үҫентеләре ултырттыҡ. Ләкин йәшелләндерәһе майҙандар ҙур ғына, – тине Илгиз Рәсүл улы.
Өмә бик дөргөн үтте. Күмәкләп тотонғас, эш тә шәп ыраны. Ҡатын-ҡыҙҙар наҙ-һөйөүҙәренә сорнап сәскәләрҙе ултыртһа, ир-ат көсө менән шыршылар оҙон рәткә теҙелде. Һауа торошо ла баҡса ултыртыу өсөн бик уңайлы ине.
– Үҫентеләр беҙҙең климатҡа яраҡлаштырылған. Шуға күрә ерегеп матур булып үҫеп китерҙәр тип ышанабыҙ. Тиҙҙән бында матур буласаҡ, – тине “Салауат” компанияһының экологик хәүефһеҙлек буйынса директор урынбаҫары Арсен Таһиров.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас