Йәмғиәт
5 Июня , 02:10

Юғары тиҙлекле интернетлы ауылдар һаны арта

Быйыл республиканың 51 ауылына юғары тиҙлекле интернет үткәрелә. Ауылдар исемлеге 2025 йылда «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм почта аша үткәрелгән тауыш биреү йомғаҡтары буйынса төҙөлгән.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Юғары тиҙлекле интернетлы ауылдар һаны артаЮғары тиҙлекле интернетлы ауылдар һаны арта
Юғары тиҙлекле интернетлы ауылдар һаны арта

Быйыл Башҡортостандың 51 ауылында «Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү» милли проекты (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») ярҙамында тотороҡло бәйләнеш һәм юғары тиҙлекле интернет барлыҡҡа киләсәк. Был ауылдар Башҡортостандың 25 муниципаль районында урынлашҡан.

– Ауыл ерендә мобиль элемтәне үҫтереү проекты һанлы сәйәсәттең төп өҫтөнлөктәренең береһе булып ҡала. Башҡортостан Республикаһы ғәҙәттәгесә халыҡтың күпләп йәлеп ителеүен күрһәтә: былтыр 65 меңдән ашыу кеше үҙ төйәген интернетҡа тоташтырыу өсөн тауыш бирҙе. Халыҡтың  әүҙемлеге арҡаһында беҙ бөтә республика буйынса һанлы япма биләмәһен киңәйтеүҙе дауам итәбеҙ, — тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Республика биләмәһендә 4G (LTE) стандарттары буйынса тотороҡло бәйләнеште һәм интернетҡа инеүҙе тәьмин итеүсе заманса база станциялары урынлаштырыласаҡ. Эштәр Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән, Мишкә һәм башҡа райондарҙа уҙғарыла.

Яңы һанлы сервистар Рәсәй халҡының тормошон еңелерәк һәм уңайлыраҡ, ә киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәште һөҙөмтәлерәк итә. ИТ-белгестәр әүҙем әҙерләнә, квант технологиялары һәм яһалма зиһен үҫешә.

ФОТО: bv02.info

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас