Йәмғиәт
15 Июня , 10:56

Мәрхәмәтле һөнәр эйәһе

Илүзә Вәлиеваның социаль хеҙмәткәр булып эшләүенә 21 йыл. Уның ҡарамағында Таштимер ауыл биләмәһендә йәшәүсе оло йәштәге 19 яңғыҙаҡ кеше. Әйтеүе генә анһат – ун туғыҙында 19 төрлө холоҡ-фиғел, 19 төрлө яҙмыш...

Бушҡа ғына оло кеше бала менән бер тимәгәндәр. Илүзә Батыр ҡыҙы һәр береһенең көйөн табып, социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙән тыш, күңел донъяларына ла иғтибарын бүлеп, яратып ҡарай инәйҙәрен.

Бала саҡтан табип булырға хыялланыуы изге, мәрхәмәтле булмышына бәйлелелер, моғайын. Иртә атайһыҙ ҡала, әсәһе ҡулында береһенән-береһе ваҡ алты бала. Иң өлкәне Илүзәгә 13 кенә йәш... Таштимер мәктәбенән һуң күрше ауылдағы һөнәрселек училищеһын отличие менән тамамлай. Ҡыҙыл дипломлы ҡыҙҙы Өфө медицина училищеһына һынауһыҙ алалар. Тик, һағыныуына түҙә алмай, уҡыуын ташлап ҡайта. Медицина белгесе була алмаһа ла, яҙмышы шул өлкәнән ситкә ебәрмәй. Таштимер участка дауаханаһы ябылғанға тиклем 10 йылдан ашыу санитарка, ашнаҡсы, хужалыҡ мөдире булып эшләй. Дауалау учреждениеһы амбулаторияға ҡалғас, 2005 йылда хәҙерге эшенә урынлаша. Был хеҙмәттә лә Илүзә Вәлиева кеүек изге күңелле, күркәм сабырлы кешеләр генә оҙаҡҡа түҙәлер.

Һәр өйҙә уны үҙ ҡыҙҙарылай күреп һағынып көтөп торалар. Тәрбиәләнеүселәренең ихтыяжы буйынса иҙән, һауыт-һаба йыуа, һыу индерә, сүп-сар түгә, магазиндан аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереп бирә, ашарға бешерә, кәрәк икән керҙәренә тиклем өйөнә алып ҡайтып йыуа. Эш регламенты буйынса ҡараған хеҙмәттәр менән генә сикләнмәй Илүзә Батыр ҡыҙы. Тормоштоң ниндәй генә хәле  булмай. Бөтәһен дә күндәм күтәреп, ауырып-сырхап киткәндәрендә яңғыҙлыҡта ҡалдырмай ихлас тәрбиәләй. Эскерһеҙ ярҙамы, алсаҡ мөғәләмәһе, эшкә тилберлеге өсөн ололарҙан бик күп фәтихалар алған.

– Әбейҙәрем менән бик татыубыҙ. Төрлө саҡтары булып китә: иртә таңдан сабырһыҙланып шылтыратҡаны, ваҡыты менән көйһөҙләнгәне, мыжығаны, аралашыуға зар-интизар булғаны. Психолог булырға ла тура килә. Машина йөрөтөүем уңайлы, бер-береһенә хәл белергә алып йөрөйөм. Мин эш эшләгән арала байтаҡ хәбәр бушаталар. Күңелдәре булып, ошолай йөрөй алғандарына шөкөр ҡылып, ҡәнәғәт булып ҡайталар. Эшемә зарланмайым. Инәйҙәрҙең бай тормош тәжрибәһенән үҙемә лә әллә күпме һабаҡ-аҡыл алам, кәңәштәре урынлы, бәйләм, сәскә үҫтереү, аш-һыу оҫталыҡтарын үҙләштерәм, – ти ул.

Илүзә Батыр ҡыҙы түшәктә ятҡан әсәһен дә өс йыл ҡарап ҙур сауап алған. Ҡәҙерлеһе ҡыҙына ризалығын биреп күҙҙәрен мәңгелеккә йомған. Кеше тыуа, йәшәй, үлә – йәшәйеш ҡануны шулай булһа ла, юғалтыуҙарҙы еңел кисереп булмай. Ныҡ ҡартайыу йәки ауырыу арҡаһында үҙ-үҙҙәрен ҡарай алмағандарҙы хеҙмәтләндереүгә ҡайтып ҡалған эшендә ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт арауығында әллә күпме тәрбиәләнеүселәре мәңгелек йортона күскән. “Эшемдең иң ауыр яғы шул.­ Апрелдә Михайловканан тетя Валя 87 йәшкә етеп мәрхүмә булды. Былтыр Тупаҡтан бер әбейем үлеп ҡалғайны”, – тип ауыр көрһөнә ул. Тәрбиәләнеүселәренең балалары ла уға социаль хеҙмәткәр тип кенә ҡарамай, ғаилә ағзаһы һымаҡ ҡабул итә. Шуға күрә баҡыйлыҡҡа күскәндәренең аяттарынан  ҡалдырмайҙар.

Илүзә Батыр ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте “Ярҙам” социаль үҙәгенең, район хакимиәтенең, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының грамоталары менән лайыҡлы баһаланған. Ә иң ҙур баһа – хөрмәтле инәйҙәренең рәхмәт-фәтихалары. 

Гөлнара Күсәрбаева.

Читайте нас