

“Башҡортостан – Беларусь оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы 55 йәштән өлкәндәргә йүнәлтелгән һәм уларға Беларустың иҫтәлекле урындарына барырға мөмкинлек бирә. Юл хаҡының бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан субсидиялана.
Тур программаһына Минскиға, “Дудутки” боронғо халыҡ кәсептәре музей комплексына, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән Мир һәм Несвиж замоктарына, шулай уҡ Хатынь мемориаль комплексына барыу инә. Ҡатнашыу өсөн проекттың рәсми сайтында теркәлеү үтергә һәм турға бронь алырға кәрәк. Бындай хеҙмәттәшлек “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) нигеҙендә башҡарыла.
Фото: rstbash.ru.