

Ярҙам бала тыуғансы уҡ башлана һәм ул бәлиғ булғансы дауам итә. Буласаҡ әсәләр ауырлы ваҡыта берҙәм пособиеға иҫәп тота ала. Бала тыуғандан һуң ғаиләгә бер тапҡыр бирелә торған түләү, йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләү буйынса пособие, килеме түбән булған ғаиләләр өсөн берҙәм пособие (17 йәшкәсә балалар өсөн), әсәлек капиталы ҡаралған. Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында әсәлек капиталы аҡсаһынан айлыҡ түләүгә 593 миллион һумдан ашыу йүнәлтелгән.
Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә балаға социаль пенсия, уны ҡарау буйынса түләүҙәр, шулай уҡ балаһын тәрбиәләү өсөн эшен ҡалдырған ата-әсәләргә пенсия гарантиялары ҡаралған.
1 июндән Рәсәйҙең Социаль фондында йыл һайын бирелә торған түләүгә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ике һәм унан күберәк балаһы булған һәм эшләп йөрөгән ата-әсәләр түләнгән НДФЛ-дың бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин. Республикала 32 меңдән ашыу кеше ошо хоҡуҡҡа эйә булды ла инде.
Пособиеларҙың күбеһе автоматик рәүештә йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша тәғәйенләнә. Льготалар тураһында бушлай 8-800-100-00-01 номерына шылтыратып йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында белергә мөмкин.
Күп балалы ғаиләләр мәнфәғәтен яҡлау маҡсатында ҡабул ителгән бөтә ҡарарҙар “Демография” милли преокты үтәлешенә булышлыҡ итә.