Йәмғиәт
17 Июль , 02:15

Әбйәлилдә шәп парк буласаҡ!

 Әбйәлилдәр «Ҡурай» паркының файҙаланыуға тапшырылыуын да түҙемһеҙлек менән көтә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Әбйәлилдә шәп парк буласаҡ!Әбйәлилдә шәп парк буласаҡ!
Әбйәлилдә шәп парк буласаҡ!

 «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы буйынса булдырылған «Ҡурай» паркы төҙөлөшө быйыл дүртенсе йыл бойомға ашырыла, киләһе йыл был маҡсатта тағы бер тапҡыр дәүләттән ярҙам көтөлә. Өс йыл эсендә унда саралар үткәреү өсөн майҙан, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, пикник зоналары эшләнгәйне.

Ағымдағы йылда айырыуса ныҡ үҙгәреш кисерҙе парк.  Был, әлбиттә, район башлығы Айрат Әминевтың районды төҙөкләндереүгә, халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыуға тырышыуының һөҙөмтәһе.

Ошоға тиклем күрекһеҙ генә булған урын бөгөн бына тигән ял итер зонаға әйләнеүе ябай күҙгә лә күренә. Биләмәне иң элек сүп-сар, ағас-таш өйөмдәренән таҙарттылар. Артабан ҡеүәтле техника менән һыу төшөү өсөн урын әҙерләү маҡсатында котловандың төбөн таҙартып, тигеҙләгәндәр, уға йылғанан торбалар һалынып, һыу ҙа ебәрелгән. Алдағы йылдарҙа һыу төшөү урыны итеп йыһазландырылған, әммә ағын һыуы булмаған ятҡылыҡҡа ла торба аша һыу бара. Ул да ылымыҡтарҙан, сүп-сарҙан таҙартылған.

Ял зонаһында уңайлы һәм яҡтыртҡыслы  ғәҙәти булмаған дизайнер эскәмйәләре ҡуйылған.

Парк биләмәһен төҙөкләндереү дауам итә: ҡара тупраҡ килтерелгән, уны трактор тигеҙләп бөтөү менән биләмә майҙанына газон үләне сәсеүҙе «Әбйәлил сорт участкаһы» ЯСЙ-һы етәксеһе Сергей Гусев үҙ иңенә ала. Ошо арала паркҡа инеү урынына ҡапҡа ҡуйыласаҡ, биләмә кәртәләп алынасаҡ. Шулай уҡ ял итеүселәргә автомобилдәрен ҡуйыуға парковка әҙер тиерлек.

Киләһе йыл программа сиктәрендә бүленәсәк 10 миллион һум аҡсаға пляжды төҙөкләндереү, тротуарҙар һалыу һәм башҡа бихисап эштәр планлаштырыла.  

Бына шундай шәп ял итеү паркы тиҙҙән халыҡ мәнфәғәтенә тапшырыласаҡ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас