

2025 йылдың декабрендә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белорет районы Үрге Әүжән һәм Тирлән ауылдарына “Йәшәү өсөн инфраструктура” милил проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһында ҡатнашыу буйынса ғаризалар әҙерләргә ҡушҡайны.
Тирлән һәм Үрге Әүжән ауылдары парктарын төҙөкләндереү 2027 йылда башланасаҡ. Халыҡ «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһында ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙе.
Тирлән
Бында асыҡ һауала заманса спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Урам тренажерҙары ҡуйыласаҡ, ә бөтә арауыҡ хәүефһеҙлек өсөн йомшаҡ резина япма менән ҡапланасаҡ.
Үрге Әүжән
Бында ял паркы тәртипкә килтереләсәк. Планға яҡтыртыу менән яңы ҡойма ҡуйыу, тротуар юлдарын төҙөкләндереү, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйыу инә.
Федераль финанслау алыу өсөн территориялар иң күп тауыш йыйырға һәм 21 апрелдән 12 июнгә тиклем үткәрелгән төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса бөтә Рәсәй тауыш биреүендә еңеүселәр иҫәбенә инергә тейеш була.
Халыҡ башланғыстарҙы хупланы - ауылдар программаға инде.
ФОТО: "Урал" гәзите сайтынан алынды.